Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
Бер ай – ул оҙайлы ваҡыт. Әгәр дауаханаға урынлашып, шунда артабан бер ай ятасағығыҙҙы алдан белһәгеҙ, һеҙ инде, тимәк, мосафир түгел. Һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында һәм тулы итеп уҡырға тейешһегеҙ.
Әгәр ниндәйҙер процедуралар йә ауыр сир арҡаһында һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында (һуңға ҡалдырмайынса) уҡыуы ҡатмарлы икән, өйлә намаҙын – ваҡыты сығып барғанда, ә икендене – ваҡыты ингәс тә уҡып барырға мөмкин. Тыштан ҡарағанда ул ике намаҙ ҡушылған һымаҡ килеп сыҡһа ла, ысынында һәр намаҙ үҙ ваҡытында уҡыла. Аҡшам менән йәстү намаҙҙарын да шул рәүешле "ҡушалар".
Әммә, әгәр шарттар түҙерлек икән, һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында, һуңға ҡалдырмайынса уҡып барыу – иң яҡшыһы. Шулай дөрөҫөрәк һәм сауабы күберәк, ин шәә Аллаһ.
Намаҙҙар ҡыҫҡартылмай.
Аллаһтан еңеллек һорағыҙ. Аллаһ Тәғәлә Үҙ ҡолдарына иң ауыр күренгән эштәрҙе лә еңеләйтә, әлхәмдүлиЛләһ.
Аллаһ Тәғәлә һеҙгә шифа бирһен, йәнегеҙҙе лә, тәнегеҙҙе лә бөтә ауырыуҙарҙан таҙартһын, әмин!
#һорауяуап #намаҙ #дауаланыу
Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1177