Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Ғинуар , 21:00
1

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм тәрәүих

Һорау: Әгәр ир-егеттәр булмаһа, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре генә тәрәүих намаҙына йыйыла алалармы?

Ҡатын-ҡыҙҙар һәм тәрәүих
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм тәрәүих

Яуап: 1) Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн иң яҡшыһы – намаҙҙы өйҙәрендә, өйҙәренең төпкөл бүлмәләрендә уҡыу. Ирҙәр намаҙҙарҙы мәсеттә йәмәғәт менән уҡығаны өсөн күпләп сауап алһа, ҡатын-ҡыҙҙар өйҙә, аулаҡта уҡыған намаҙҙары өсөн сауапты арттырып ала.

2) Әгәр ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ мәсеттәге йәмәғәт намаҙына (йомағамы, тәрәүих намаҙынамы һәм башҡаһына) барам, тиһә, бара ала. Әммә билдәле шарттар менән:

– уның кейеме иркен, киң булырға тейеш, йәғни тәненә һылашып, түш-янбаштарын белендереп тормаһын;

– йөҙө ир-егеттәрҙе һоҡландырырлыҡ кимәлдә матур булмаһын, әгәр матур икән – йөҙөн сит ирҙәрҙән йәшереп йөрөргә тейеш;

– хушбуй, мисек һәм башҡа шундай нәмәләр ҡулланмаһын;

– иренең йә атаһының рөхсәтен алһын;

– мәсеттә ир-егеттәр менән ҡатышып, араларында һөйләшеп, көлөшөп ултырмаһын.

3) Ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-ара йәмәғәт намаҙына йыйылыуына килгәндә, хәнәфи мәҙһәбендә был ҡаты шелтәләнә (мәкруһ тәхрими). Тәрәүих намаҙы өсөн йыйылыу ҙа – шул иҫәптән. Ҡатын-ҡыҙҙар йә үҙҙәре генә уҡый, йә ир-егет имам артынан эйәрә.

Әммә, әгәр йәмәғәт менән уҡый ҡалһалар, был ҡаты шелтәләнһә лә, намаҙҙары намаҙға һаналасаҡ, ин шәә Аллаһ.

Бүтән ҡайһы бер мәҙһәптәрҙә (мәҫәлән, шәфиғиҙәрҙә) ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙ-ара бергәләшеп йәмәғәт намаҙы уҡыуында оронсоҡ (проблема) күрмәйҙәр.

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.


Иҫкәрмә:

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Кистәрен тәрәүих намаҙына сыға ҡалһағыҙ, урамда яңғыҙ йөрөмәгеҙ, эргәгеҙҙә һәр ваҡыт яҡлаусығыҙ булһын. Был мөһим!

#һорауяуап #ҡатынҡыҙ #тәрәүих 

Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/513

Автор:
Читайте нас