Тәбиғи ҡоллоҡ – ул Аллаһ Тәғәләнең тәбиғи ҡанундарына буйһоноу. Һәм был ҡоллоҡ бөтә мәхлүктәрҙе лә үҙ эсенә алған, бер кем дә унан ситтә түгел. Сөнки Аллаһ Тәғәлә: "Күктәрҙәге һәм Ерҙәге һәр кем әр-Рахманға фәҡәт ҡол булып ҡына килә", – тигән (Ҡөрьән, 19:93). Был йәһәттән мөьмин дә, кафыр ҙа, изге кеше лә, яуыз да – бөтәһе лә Аллаһтың берҙәй үк ҡолдары.
Ә икенсеһе – ул шәрғи ҡоллоҡ. Йәғни, Аллаһ Тәғәләнең шәрғи (дини) ҡанундарына буйһоноу. Был ҡоллоҡ иһә, кем Аллаһ Тәғәләне тыңлай һәм пәйғәмбәрҙәр алып килгән нәмәгә (Ислам диненә) эйәрә, шуларға ғына хас. Һәм, мәҫәлән, Аллаһ Тәғәләнең: "Әр-Рахмандың ҡолдары – ерҙән тыйнаҡ ҡына атлап йөрөүселәр", – тигән һүҙҙәре – улар тураһында (Ҡөрьән, 25:63).
Беренсе төр ҡоллоҡ өсөн кеше маҡталмай, сөнки уның өсөн ул бер нәмә лә эшләмәгән. Игелектәргә рәхмәтле була белеү, ауыр ваҡыттарҙа сабыр итеү [кеүек кешелек сифаттарын күрһәткәне] өсөн генә маҡталырға мөмкин. Ә бына икенсе төр ҡоллоҡ, беренсеһенән айырмалы – маҡтаулы ҡоллоҡ".
Мөхәммәт Салих әл-Ғүҫәймин, "Шәрх Ҫәләҫәт әл-Усуль", 36-37-се биттәр.
Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1409