ЯУАП: Мәрхәмәтле, Рәхимле Аллаһ исеме менән! Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!
Ислам тормош-йәшәйештең бөтә өлкәләрендә лә ниәттең саф булыуына айырым баҫым яһай. Аллаһ рәсүле ﷺ:
"Эштәр ниәткә ҡарап (баһалана)", – тигән. әл-Бохари, "Сахих" (1), Мөслим, "Сахих" (1907).
Һәм, Ислам буйынса, хатта көндәлек ғәҙәти эштәр ҙә, әгәр дөрөҫ ниәт менән башҡарылһалар, ғибәҙәткә әйләнеп китәләр. Мәҫәлән, әгәр кеше Аллаһ һәм кешеләр алдындағы үҙенең бурыстарын үтәй алыр өсөн көс туплау ниәте менән ашаһа, уның шул ашауы ғибәҙәт (изге ғәмәл) булып иҫәпләнәсәк.
Әммә, шул уҡ ваҡытта, ниндәй генә изге ниәт һәм ниндәй генә юғары маҡсаттар булмаһын, харам эштәр барыбер харам булып ҡалалар. Сөнки Ислам дине ынтылыштарҙың ғына изге булыуын түгел, ә уға ирешеү өсөн һайланылған сараларҙың да саф булыуын талап итә. Шәриғәттә, "маҡсат сараларҙы аҡлай", тигән төшөнсә юҡ. Шуға күрә, әгәр берәйһе, мәҫәлән, мәсет төҙөр өсөн йә бүтән берәй изге эш атҡарырға ниәт итеп, рибәле (процентлы) ысул ярҙамындамы, урлыҡ менәнме, ҡомарлы (отошло) уйындарҙа ҡатнашыпмы йәки башҡа ниндәй ҙә булһа харам юл менән байлыҡ туплаһа, бынан ул ҡабул ителмәй һәм, маҡсаттары изге булһа ла, харам эштәр менән булышҡаны өсөн ул үҙ өҫтөнә бары тик гонаһ ҡына йыя.
Мөслим, "Сахих" (1015), әт-Тирмиҙи, "Сүнән" (2989).
Фәтүә биреүсе: Монтасир Заман мөфтөй. Фәтүәне тикшереүсе һәм хуплаусы: Ибраһим Десәи мөфтөй.