Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
6 Февраль , 23:00

Мәһәр бирелмәгән булһа

Әгәр ир кеше мәһәргә нимә вәғәҙә иткәнен онотһа, ни эшләргә?

Мәһәр бирелмәгән булһа
Мәһәр бирелмәгән булһа

Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!

Мәһәрҙең миҡдары һәм ҡасан түләнеп бөтөләсәге кейәү менән кәләш яғы тарафынан алдан һөйләшелеп, никах ваҡытында вәли һәм ике шаһит алдында иғлан ителә. Яҙма килешеү менән нығытып ҡуйырға ла мөмкин (аҙаҡ бәхәс-фәлән килеп сыҡмаһын өсөн).

Әммә, мәһәрҙең күпме һәм ҡасан биреләсәге тураһында алдан һөйләшелмәһә лә һәм никах ваҡытында мәһәр иғлан ителмәһә лә, никах барыбер дөрөҫ һанала. Был осраҡта аҙаҡ, никахтан һуң, кейәү менән кәләш үҙ-ара йә иһә урындағы имам (ҡазый) ярҙамында мәһәр шарттарын килешәләр. Ҡасан мәһәр түләнгәнсе, ҡатындың түшәк бүлешмәҫкә хоҡуғы бар.

Әгәр ир кеше мәһәргә нимә әйткәнен онотһа, ҡатыны иҫләтә ала. Йә – уның вәлие, йә – никахтағы шаһиттар. Әгәр берәү ҙә иҫләй алмаһа, мәһәр тураһында ир менән ҡатын яңынан килешһендәр (ике яҡ өсөн дә мөмкин тиклем ғәҙел, ҡабул итерлек шарттарҙа).

Әгәр ҡатын аныҡ ҡына хаҡ ҡуймаһа (мәҫәлән: "Үҙең ҡара, нимәгә булһа ла ризамын", – тиһә), ир кеше урындағы ғәҙәт-йолалар нигеҙендә мәһәр хаҡын самалай (мөмкин тиклем ғәҙел итеп).

 

Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1415 

Автор:
Читайте нас