Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
10 Февраль , 21:00

Көнкүрешкә бәйле ҡайһы бер һорауҙар

Өйҙән сыҡҡанда ла, өйгә кергәндә лә уң аяҡ менән сығып-керәләрме? 

Көнкүрешкә бәйле ҡайһы бер һорауҙар
Көнкүрешкә бәйле ҡайһы бер һорауҙар

Был һорауҙа иркенлек бар. Сөнки бының тураһында тәғәйен генә хәҙистәр һәм әҫәрҙәр килмәгән. Йәғни, өйгә инеү әҙәптәре тураһында бик күп хәҙистәр еткерелһә лә, ниндәй аяҡ менән инеү тураһында бер нәмә лә әйтелмәгән, һәм өйҙән сығыу тураһында ла – шулай уҡ.

Ҡайһы бер ғалимдар өйгә уң аяҡ менән инеүҙе һәм өйҙән һул аяҡ менән сығыуҙы хуп (мүстәхәб) күрә. Өйҙө хөрмәтле урын һанағандан. Әммә, дөйөм алғанда, үрҙә әйткәнебеҙсә, был һорауҙа иркенлек бар.

 

Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1421 

Автор:
Читайте нас