Яуап: Йома көнө кер йыуырға һәм бысраҡ һыу түгергә ярай. Иң мөһиме: йома намаҙы мәлендә ирҙәр мәсеттә булырға тейеш. Әгәр кер йыуыу ошо маҡсатҡа ҡамасау итмәй икән – йыуырға ярай. Әммә, шулай ҙа, йома көнөн ғибәҙәткә бағышларға тырышыу яҡшыраҡ (ҡатын-ҡыҙҙарға ла). Өй эштәре өсөн бүтән көндәр ҙә күп.
Шишәмбе көнө лә кер йыуырға ярай. Шишәмбе көнө – бәхетһеҙ, ҡоро көн, тигән ышаныу – хөрәфәт (суеверие). Ислам диненә һәм мосолмандарға бындай ышаныуҙарҙың ҡыҫылышы юҡ. Хөрәфәттәргә ышанырға ла, уларҙы таратырға ла ярамай (харам).
Сығанаҡ https://t.me/dinigilem/1421