Көнгәк
-14 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
17 Февраль , 22:00

Рамаҙан ураҙаһы кемдәргә фарыз?

Рамаҙан ураҙаһы аҡылы сәләмәт һәм бәлиғ йәшкә еткән (йәғни, енси яҡтан өлгөргән) һәр мосолман ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ өсөн фарыз (мотлаҡ).

Рамаҙан ураҙаһы кемдәргә фарыз?
Рамаҙан ураҙаһы кемдәргә фарыз?

Кем уның фарызлығын инҡар итә (танымай), шул – кафыр, ә кем, уның фарызлығын танып та, уны ғөҙөрһөҙ килеш (етди сәбәпһеҙ) тотмай ҡалдыра, шул – ауыр гонаһлы, фасиҡ.

Бәлиғ йәшкә етмәгән¹ балаларға ураҙа ла, намаҙ ҙа фарыз түгел. Ләкин беҙгә уларҙы намаҙға ла, ураҙаға ла алдан уҡ өйрәтә башларға ҡушылған – күнекһендәр өсөн.

 "Балаларығыҙға ете йәштән намаҙ уҡырға ҡушығыҙ, ә ун йәштән башлап – намаҙ ҡалдырғандары өсөн (шелтә шәкелендә) һуғығыҙ", – тигән Пәйғәмбәр ﷺ.

 Әбү Дауыт, "Сүнән" (495)، Әхмәт, "Мүснәд" (6689), әл-Хәким, "Мүстәдрак" (708), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих Әби Дәүд", 495).

Шуға, әгәр бала ураҙа тоторлоҡ хәлдә икән, ата-әсәһе уны мөмкин ҡәҙәре ураҙаға ла йәлеп итергә тейеш.


¹ Йәғни, беҙҙең яҡтарҙа – яҡынса 12-13 йәштәрҙән бәләкәй булған. – тәрж.

 Мөхәммәт әд-Дәһләүи, "Тәғлим әл-Исләм әл-Мүраттәб"

Автор:
Читайте нас