Һорау: Ислам динендә ураҙаның хөкөмө ниндәй?
Яуап: Рамаҙан айында ураҙа тотоу һәр бер бәлиғ, аҡылы теүәл булған мосолманға мотлаҡ үтәргә тейешле ғәмәл. Бәлиғ булыу – енси яҡтан өлгөрөү (яҡынса 9 – 15 йәштәр тирәһендә)
Һорау: Кемдәр был ураҙанан азат ителә ала?
Яуап: Ауырыу кеше, әгәр ураҙа тотҡанлыҡтан ауырыуы көсәйеүҙән ҡурҡһа, ауырлы йәки бала имеҙгән ҡатын-ҡыҙ, мосафир кеше. Тик был кешеләрҙең өҫтөндә ҡалдырған ураҙаларҙы аҙаҡтан ҡаза ҡылып ҡуйыу бурысы ҡала.
Һорау: Кемдәргә ураҙа тотоу тыйыла?
Яуап: Күрем күргән, нифаслы ҡатын-ҡыҙҙарға ураҙа тотоу тыйыла. Тик улар ҙа ҡалдырған ураҙа көндәрен ҡаза итеп тотоп ҡуйырға тейешле була.
Һорау: Ҡартайыу сәбәпле ураҙа тота алмаған ҡарт кешеләр ниндәй хөкөмдә?
Яуап: Ҡартайыу сәбәпле ураҙа тота алмағандар фидиә түләй.
Һорау: Ураҙаны нимә боҙа?
Яуап: Ураҙала икәнлекте иҫләй тороп, нимәлер ашау, эсеү, енси мөнәсәбәткә инеү, ҡояш байыны икән тип уйлап, ваҡыты етмәйенсә ифтар ҡылыу, көсләп ауыҙ тултырып ҡоҫоу (ғәҙәти ҡоҫоу боҙмай), дарыу эсеү, мохтажлыҡ булмайынса витаминлы уколдар ҡаҙатыу.
Һорау: Ниндәй осраҡтар ураҙаны боҙмай?
Яуап: Ураҙала икәнлекте онотоп китеп ашау, эсеү, енси мөнәсәбәт ҡылыу, һөрмә тартыу, күҙгә, ҡолаҡҡа, танауға дарыу тамыҙыу (әгәр был осраҡта дарыу тамаҡҡа ағып төшһә, ураҙа боҙола), ауырыу сәбәпле уколдар эшләтеү, хиджама эшләтеү.
Һорау: Үҙ ихтыяр менән ураҙаны боҙған осраҡта нимә эшләргә кәрәк?
Яуап: Үҙ ихтыярың менән нәфел ураҙаһын боҙған осраҡта, бер көн ураҙа өсөн, бер көн ҡаза ураҙаһы тотоп, тулыландырып ҡуйырға кәрәк, ә Рамаҙан айында тотолған фарыз ураҙаны үҙ ихтыярың менән боҙғанда, бер ҡолдо азат итеп (тик был осраҡты беҙҙең ваҡытта эшләп булмай), өҙлөкһөҙ 60 көн ураҙа тотоп (ҡәффәрәт) тулыландырыу кәрәк була. Әгәр быны эшләй алмаһа, 60 меҫкенде туйҙырырға мөмкин.
Һорау: Кистән икенсе көндә ураҙа тоторға ниәт әйтеп тә ураҙа тотмаһа, нимә була?
Яуап: Рамаҙан айында кистән ниәт әйтеп тә, бер сәбәпһеҙ ураҙа тотмаһа, ҡаза итеп ураҙа тоторға тейеш була. Ә ниндәйҙер етди сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмаһа, мәҫәлән, ауырып китеү, оҙайлы сәфәргә сығыу һ.б., бер көн ураҙа өсөн бер көн ҡаза ураҙаһы тотоу кәрәк була.
Һорау: Рамаҙан айында тота алмай ҡалған ураҙаларҙы Рамаҙан айы бөткәс тә үк ҡаза итеп тотоп ҡуйыу кәрәкме?
Яуап: Был мотлаҡ түгел. Тотолмай ҡалған ураҙаларҙы ҡасан теләй, шул саҡта тоторға мөмкин.
Һорау: Ураҙа тотоу-сының онотолоп ашап тороуын күргәндә, уға ураҙа тураһында иҫенә төшөрөү кәрәкме?
Яуап: Әгәр ураҙа тотоусы кеше ныҡ хәлһеҙ, ауырыу һәм ураҙаны ауырлыҡ менән тота икән, ул саҡта уның иҫенә төшөрмәҫкә лә мөмкин, ә киреһенсә булһа, уның ураҙала икәнлеген иҫенә төшөрөү мотлаҡ.
Һорау: Рамаҙан айында никах уҡырға яраймы?
Яуап: Эйе. Никахты көндөҙ уҡып, мәжлесен кис, ҡояш байығас үткәрергә була, йәки, ауыҙ асырҙан 1-1,5 сәғәт алда ғына никахын уҡып, вәғәздәр тыңлап, ауыҙ асырға ваҡыт еткәс, ҡунаҡтарҙы ашатырға мөмкин.
Һорау: Ураҙа тотҡанда көндө йоҡлап үткәрергә яраймы? Ураҙа дөрөҫ буламы?
Яуап: Ураҙа дөрөҫ, сөнки йоҡо ураҙаны боҙоуға сәбәп түгел. Тик ураҙа беҙгә күп йоҡлау өсөн түгел, ә күпләп ғибәҙәттә тороп, сауаптар йыйып ҡалыу өсөн Аллаһтан бирелгән мәрхәмәт айы.
Һорау: Ифтарға саҡырылып та бармау гонаһлымы?
Яуап: Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм әйтте: «Кем саҡырылған ергә сәбәбһеҙ бармаһа - ул миңә ҡаршы килгән була». Саҡырылған ергә барыу-бармау - ул мосолман хаҡы. Сәбәпһеҙ ифтарға бармаһа - гонаһлы була.
Һорау: Мин намаҙ уҡымайым, ә ураҙа тоторға теләгем бар. Намаҙ уҡымаған кешеләр ураҙа тотһалар ҙа, ураҙалары дөрөҫ булмай тигәндәрен ишеткәнем бар. Дөрөҫмө ошо фекер?
Яуап: Ислам дине 5 рөкөндән тора. Намаҙ һәм ураҙа икеһе айырым ғибәҙәттәр. Һәр ғибәҙәт өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында айырым яуап тотасаҡбыҙ. Шулай булғас, намаҙ уҡымаһағыҙ ҙа ураҙа тоторға ярай.
(Мәғлүмәттәр Бөрйән районы мөхтәсибәтенән алынды).