Бөтә яңылыҡтар
Иман
23 Февраль , 23:00

Кемдәр ураҙа тотмай?

Түбәндәге ғөҙөрҙәр (етди сәбәптәр) Рамаҙанда ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт бирә:

Кемдәр ураҙа тотмай?
Кемдәр ураҙа тотмай?

Сәфәр:

Мосафирға (сәфәрҙә булыусыға), әгәр теләһә, ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт ителә. Әммә, әгәр сәфәрендә ауырлыҡ юҡ икән, ураҙаһын өҙмәүе яҡшыраҡ¹.

 Ауырыу:

Әгәр сирле кеше ураҙа тота алмаһа йәки ураҙа арҡаһында сире көсәйер йә оҙағыраҡҡа һуҙылыр тип ҡурҡһа (ҡурҡырға етди сәбәптәре булһа), ул да [сирләгән көндәрендә] ураҙа тотмай².

 Ҡартлыҡ.

 Йөклөлөк:

Әгәр ураҙа тотоу уның үҙенә йә ҡарынындағы балаға зарар килтерер тип ҡурҡһа, йөклө ҡатынға ла Рамаҙан айында ураҙа тотмаҫҡа рөхсәт.

 Бала имеҙеү:

Әгәр ураҙа тотоу уның үҙенә йә имеҙелгән балаға зарар килтерер тип ҡурҡһа, имеҙеүсе ҡатын да Рамаҙан айын ураҙа тотмай үткәрә⁴.

 Ныҡ асығыу йә һыуһау:

Әгәр кеше ураҙа мәлендә ныҡ асығып йәки ныҡ һыуһап, ғүмере йә сәләмәтлеге ҡурҡыныс аҫтында ҡалырлыҡ хәлгә етһә, ураҙаны өҙә ала.

 Күрем йә нифас көндәре.



¹ Сәфәр сәбәпле ҡалдырған ураҙа көндәрен аҙаҡ, Рамаҙан айынан һуң, ҡайтарып тотоп ҡуйырға тейеш. – тәрж.

² Сир арҡаһында ҡалдырған ураҙа көндәрен аҙаҡ, Рамаҙан айынан һуң, ҡайтарып тотоп ҡуйырға тейеш. Әгәр ҙә сире дауамлы икән (Рамаҙандан һуң да йыл дауамында ураҙа тота алмаһа), тотмаған көндәре өсөн мохтаждар файҙаһына фидйә түләй. – тәрж.

³ Ныҡ олоғайғанға күрә ураҙа тота алмаған мосолмандар ҙа Рамаҙандың һәр көнө өсөн фидйә сығара. – тәрж.

⁴ Йөклө ҡатын да, имеҙеүсе ҡатын да аҙаҡ, бала тапҡандан һуң йә имеҙеүҙе туҡтатҡандан һуң, йыйылған Рамаҙан айы бурыстарын тотоп бөтөп ҡуйырға тейеш. Әгәр бер-бер артлы бала табыу сәбәпле бурыс көндәре күп йыйылып киткән икән, һәр көн өсөн мохтаждар файҙаһына фидйә түләнелә (һәм был осраҡта ураҙа бурысы төшә). – тәрж.

⁵ Ҡатын-ҡыҙҙарға күрем һәм нифас көндәрендә намаҙ уҡырға ла, ураҙа тоторға ла ярамай (харам). Тотолмай ҡалған ураҙа көндәрен аҙаҡ, Рамаҙан айынан һуң, ҡайтарып тоталар. – тәрж.


📚Мөхәммәт әд-Дәһләүи, "Тәғлим әл-Исләм әл-Мүраттәб"
Автор:
Читайте нас