Бөтә яңылыҡтар
Иман
3 Март , 21:00

Кеше ниндәй хәлдә үлә, шул хәлендә терелтеләсәк

 Бер ир [хаж мәлендә] Ғәрәфәттә торғанында дөйәһенән ҡолап, муйыны һынып үлә. Һәм Пәйғәмбәр:

"Уны лотослы һыу менән йыуып, ике туҡыма киҫәге менән кәфенләгеҙ. Әммә мисек һөртмәгеҙ һәм башын ҡапламағыҙ*. Сөнки Ҡиәмәт көнөндә ул тәлбиә** әйткән килеш терелтеләсәк", – ти.
әл-Бохари, "Сахих" (1268), Мөслим, "Сахих" (1206).

* Сөнки хаж ҡылған ваҡытта (ихрам хәлендә) хушбуй-мисек һөртөнөргә лә, башты ҡапларға ла ярамай.

** Тәлбиә – хаж һәм ғөмрә ваҡытында әйтелгән махсус зикер һүҙҙәре.

 Икенсе бер хәҙисендә иһә Пәйғәмбәребеҙ ﷺ шулай тигән:

"Аллаһтың һәр ҡоло, нимәлә үлгән, шул нәмәлә терелтеләсәк".

📚Мөслим, "Сахих" (2878).

Йәғни, кемдер ихрам хәлендә, тәлбиә әйтеп үлһә, Ҡиәмәт көнөндә лә тәлбиә әйткән килеш тергеҙелер. Намаҙ уҡып торғанында йән бирһә, намаҙында терелтеләсәк. Әгәр һуңғы һулышы Ҡөрьән уҡып ултырғанында йә дәрес алырға тип мәсеткә китеп барғанында булһа, Аллаһ Тәғәлә уны шул ғәмәлендә терелтәсәк. Ураҙа тотҡан сағында үлеп ҡалыусы ураҙалы килеш Аллаһ алдына баҫыр, һәм ифтары ла уның Ахирәттә буласаҡ, ин шәә Аллаһ.

Һәм киреһенсә лә шулай уҡ. Әгәр кеше, Аллаһ һаҡлаһын, берәй көфөрлөк йә ширек ҡылғанында, йә хәмер эскән, зина эшләгән, харам ҡараған ваҡытында йән бирһә, уйлап ҡарағыҙ, ниндәй мәсхәрәле хәлдә тергеҙеләсәк ул! Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла гонаһ ҡылып йәшәүҙән һәм гонаһ өҫтөндә үлеүҙән һаҡлаһын!

Кеше яңылыша, тибеҙ. Әммә был беҙҙе гонаһтарға еңел ҡарарға, ғафил булырға этәрмәһен ине. Үлем фәрештәһе ниндәй мәлдә лә килергә мөмкин, тип уяу булайыҡ, Тура юлға нығыраҡ йәбешәйек, Аллаһ Тәғәләнән һәр ваҡыт доғаларыбыҙҙа ихласлыҡ, тәүфиҡ һәм матур үлем һорайыҡ.
 
Сығанаҡ Дини Ғилем
Автор:
Читайте нас