Намаҙ һәм ураҙа – улар үҙаллы фарыз эш, ә яулыҡта йөрөү – ул икенсе үҙаллы фарыз. Динебеҙҙә һәр фарыз эш мотлаҡ бурыс булып тора һәм уларҙы үтәмәгән өсөн оло гонаһ яҙыла, Аллаһ һаҡлаһын. Әммә: "Берәй фарызды үтәй алмаһаң, ҡалған фарыздарҙы ла үтәп торма", – тигән ҡағиҙә юҡ. Йәғни, мәҫәлән, әлегә яулыҡта йөрөй алмайһың икән, намаҙыңды ла уҡыма, йәки, киреһенсә, биш фарыз намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡып бара алмайһың икән, яулыҡта ла йөрөмә, тип әйтелмәй.
Бөтә фарыздарҙы ла (ә улар күп түгел) теүәл башҡарыу тәүҙә ҡапыл ғына килеп сыҡмаһа, исмаһам, бер-икәүһенә булһа ла ныҡ итеп йәбешегеҙ һәм уларҙы ҡалдырмағыҙ (бигерәк тә – намаҙ һәм ураҙа кеүек иң мөһим фарыздарға). Һәм Раббыбыҙҙан үҙегеҙ өсөн диндә ныҡлыҡ һәм эштәрегеҙҙә еңеллек һорағыҙ. Аллаһ Үҙенең ихлас ҡолдарына һәр ваҡыт бөтә ҡыйынлыҡтарҙан да сығыу юлын бирә.
Мосолман ҡатын-ҡыҙға сит ир-егеттәр алдында яулыҡһыҙ һәм иркен кейемһеҙ күренергә, сит ир-егеттәр менән иркен аралашырға һәм улар менән ҡатнаш эшләргә ярамай (харам). Һеҙгә, әгәр бик тә бик эшкә сығыу ихтыяжы бар икән (ныҡ итеп уйлағыҙ, бәлки, был кәрәкмәйҙер ҙә, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың донъялағы вазифаһы мал табыу түгел), фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына торған коллектив табырға кәңәш итәбеҙ, йә – өйҙән ултырып эшләргә. Ризыҡ – ул Аллаһтан, Ул уны кемгә теләй һәм күпме теләй, шулай бирә. Беҙҙең был йәһәттән берҙән-бер бурысыбыҙ иһә – үҙебеҙгә яҙған ошо ризыҡҡа хәләл юл менән өлгәшеү, ә харам юлдар менән һәм өҫтөбөҙгә гонаһтар йыйып түгел.
Сығанаҡ Дини ғилем