Яуап: Эйе, был турала Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙ ﷺ үҙе үк: "Минең өммәтем 73 төркөмгә тарҡаласаҡ, шуларҙың етмеш икеһе – Тамуҡта, ә берәүһе – ҡотолоусы төркөм", – тип әйтеп ҡалдырған (хәҙистең мәғәнәһе). Унан: "Кемдәр ул ҡотолоусы төркөм?" – тип һорағастар, "Улар – минең һәм минең сәхәбәләремдең юлынан барыусылар", – тип яуаплай. Йәғни, өммәттә берҙәмлек булмаҫы хаҡында Пәйғәмбәр ﷺ беҙҙе алдан уҡ иҫкәрткән. Һәм бөгөн бөтәһе 73 ағым бар, шуларҙың фәҡәт берәүһе – Тамуҡтан ҡотолоусы төркөм, дөрөҫ юлдан барыусылар, ә ҡалған 72-һе – аҙашҡандар (йәғни, бидәғәтселәр).
Һәм сәхәбәләр (Пәйғәмбәрҙең ﷺ уҡыусылары) тере саҡта уҡ тәүге аҙашҡан ағымдар барлыҡҡа килә. Улар ҙа тап-таҙа ғәрәпсә һөйләшкәндәр һәм Ҡөрьәнде ғәрәпсә уҡығандар, әммә аяттарҙың мәғәнәләрен үҙҙәренсә аңлағандар һәм аңлатҡандар, ә сәхәбәләр аңлатып биргәнсә түгел. Ул ғына ла түгел, хатта сәхәбәләрҙең үҙҙәренә ҡаршы һуғыша башлағандар. "Беҙ Ҡөрьәнде дөрөҫөрәк аңлатабыҙ, ә һеҙ аҙашыуҙа", – тип дәғүәләшеп (!). Шуға ла, ҡотолоусы төркөмдән булыр өсөн, Ҡөрьәнде һәм ғөмүмән Ислам динен сәхәбәләр нисек аңлаған һәм дә нисек аңлатҡан, тап шулай аңлар кәрәк. Ә һәр кем үҙенсә тәфсирләй һәм үҙе аңлағанса борғолай башлаһа, шунда төрлө секталар һәм аҙашҡан ағымдар килеп сыға ла. Бөтә ғиллә, бөтә бәлә бына ошонда.
Төрлө секталарҙың һәм ағымдарҙың булыуы – был донъя имтиханының бер өлөшө. Йәғни, Ислам ҡабул итеү генә етмәй, ә Исламыңдың тап Мөхәммәт пәйғәмбәр ﷺ һәм сәхәбәләр тотҡан Ислам булыуы шарт, бына шул – иң мөһиме. Хатта ғәрәп теленән бер ни белмәһәң дә. Йәғни, кемдер, Ислам динен ҡабул итеп тә, сәхәбәләр тотҡан аҡиданы (инаныу юлын), улар тотҡан мәнһәжде (динде тормошҡа ашырыу юлын), сәхәбәләр аңлатҡан Ҡөрьән тәфсирен ҡабул итергә теләмәһә, ул, тимәк, әле һаман тура юлда түгел, ә сәхәбәләргә ҡарышыусы һәм хатта үҙ заманында сәхәбәләргә ҡаршы һуғышыусы етмеш ике аҙашҡан (бидәғәтсе) сектаның береһендә.
Ғәрәп булып тыуыу йәки ғәрәп телен яҡшы белеү – дин ғилемен эстәү өсөн мөһим асҡыс, эйе. Әммә ғәрәп булыу үҙе генә йә иһә ғәрәп телен яҡшы белеү үҙе генә аҙашыуҙан һаҡлай алмай. Сөнки бында эш телдә түгел, эш – йөрәктә (шиктәрҙән һәм шөбһәләрҙән, нәфсе теләктәренән һәм уйҙырма аҡидаларҙан ваз кисеп, Пәйғәмбәр ﷺ һәм сәхәбәләр тотҡан дингә тамам буйһона белеүҙә). Шуға күрә, ғәрәп теле буйынса белгес булған һәм дәреслектәр яҙған кемдер аҙашҡан бидәғәтсе булырға мөмкин (шөбһәләренән арына алмаһа). Һәм, киреһенсә – ғәрәпсә белмәгән, әммә урыҫса булһа ла бер-ике дөрөҫ дини китап уҡып, шунда яҙылғандарға бөтә йөрәге менән ихлас инанған берәй мал ҡараусы ҡотолған төркөмдән була ала.
Ә тәүфиҡ һәм һиҙәйәт – Аллаһтан.
Сығанаҡ Дини ғилем