Өҫтәүенә, сәхәргә тороу – төндөң һуңғы өсөнсө өлөшөнә, йәғни Аллаһ Тәғәләнең кешеләргә иң ныҡ яҡын булған сағына тура килгән ваҡыт. Ошо мәлдә доға ҡылғандың доғалары ҡабул була һәм ярлыҡау һорағандың гонаһтары ғәфү ителә, сәхәрҙә шул турала ла онотмайыҡ.
Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Пәйғәмбәрҙең ﷺ сәхәргә һәм уның дәрәжәһенә бәйле ҡайһы бер хәҙистәрен иҫкә төшөрәбеҙ.
تسحَّروا فإن في السَّحور بركةً
әл-Бохари, "Сахих" (1923), Мөслим, "Сахих" (1095), ән-Нәсәи, "Сүнән" (2147).

"Кем ураҙа тоторға теләй, шул нимә менәндер булһа ла сәхәр эшләһен".مَن أَرادَ أنْ يصومَ فلْيَتَسَحَّرْ بشيءٍ
Әхмәт, "Мүснәд" (14950), Ибн Әби Шәйбә, "Мүсаннәф" (9009), Әбү Йәғлә, "Мүснәд" (2088), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "әс-Сахихә", 2309).
"Мөьминдең иң яҡшы сәхәре – финиктар".
نِعمَ سَحورُ المؤمنِ التَّمرُ
Әбү Дауыт, "Сүнән" (2345), әл-Бәззәр, "Мүснәд" (8550), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих әт-Тәрғиб", 1072).

"Сәхәрҙәге тамаҡ – бәрәкәт, шуға уны ҡалдырмағыҙ. Берәйегеҙ [әгәр бер нәмә лә ашарға теләмәһә], исмаһам, бер йотом һыу булһа ла эсһен. Сөнки Аллаһ Тәғәлә һәм Уның фәрештәләре сәхәргә тороусыларҙы алғышлай (фатихалай)".
السَّحورُ أَكْلُه بَركةٌ فلا تَدَعُوه و لو أنْ يَجْرَعَ أحدُكم جُرْعَةً مِن ماءٍ، فإنَّ اللهَ عز و جل و ملائكتَه يصلون على المتَسَحِّرينَ
Әхмәт, "Мүснәд" (11396), Ибн Әби Шәйбә, "Мүсаннәф" (9013), хәсән хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих әт-Тәрғиб", 1070).


"Беҙҙең ураҙа менән Китап әһелдәренең (йәһүдиҙәрҙең һәм христиандарҙың) ураҙаһы араһындағы айырма – сәхәр ашау".
فَصلُ ما بين صيامِنا و صيامِ أهلِ الكتاب أكْلَةُ السَّحَرِ
Мөслим, "Сахих" (1096), Әбү Дауыт, "Сүнән" (2343), ән-Нәсәи, "Сүнән" (2166).


"Сәхәр ашын ҡалдырмағыҙ, сөнки ул – бәрәкәтле аш".
عليكم بغَداءِ السُّحورِ فإنه هو الغَداءُ المبارك
ән-Нәсәи, "Сүнән" (2164), Әхмәт, "Мүснәд" (17192), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих ән-Нәсәи, 2163).


"Бәрәкәт өс нәмәлә: йәмәғәттә, икмәкле-итле һурпала һәм сәхәрҙә".
البركة في ثلاثة: في الجماعة و الثَّريد و السَّحور
әт-Табәрани, "әл-Кәбир" (6127), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "әс-Сахихә", 1045).


"Беҙ – пәйғәмбәрҙәр йәмәғәте – ифтарҙы ашыҡтырырға, сәхәрҙе һуңға ҡалдырырға һәм намаҙҙа уң ҡулды һул ҡул өҫтөнә һалырға бойоролдоҡ".
إنَّا مَعْشَرَ الأنبياءِ أُمِرْنا أنْ نعَجِّلَ إفطارَنا و نؤَخِّرَ سُحورَنا و نَضَعَ أيْمانَنا على شَمائلِنا في الصلاة
әт-Табәрани, "әл-Мүғджәм әл-Кәбир" (10851), сахих хәҙис (ҡара: әл-Әлбәни, "Сахих әл-Джәмиғ", 2286).
#хәҙис #рамаҙан #ураҙа
Сығанаҡ Дини Ғилем