Көнгәк
+8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
16 Март , 22:00

Фытыр, фиҙиә саҙаҡаларын ҡасан, күпме бирергә?

Улар кемдәргә бирелә?

Фытыр, фиҙиә саҙаҡаларын ҡасан, күпме бирергә?
Фытыр, фиҙиә саҙаҡаларын ҡасан, күпме бирергә?

«Фытыр» һүҙе ғәрәп телендәге «фәтара» тамырынан төҙөлгән, ашау мәғәнәһендә тәржемә ителә. Фытыр саҙаҡаһы – һәр мосолмандың мохтаждарға бирелә торған саҙаҡаһы, балиғ булмаған балалар өсөн ата-әсәйҙәре бирә. Был саҙаҡа ярлы кешеләргә Ураҙа ғәйетен байрам итергә, матур итеп үткәрергә ярҙам итеү маҡсатында бирелә. Уны аҡсалата йәки ризыҡлата ла бирергә мөмкин.

Ә фиҙиә – ураҙа тотмаған көндәр өсөн бирелә торған саҙаҡа, йәғни билдәле сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмай икән, ул фиҙиә саҙаҡаһы бирә. Фытыр саҙаҡа биреү ваҡыты: Рамаҙан айының һуңғы көндәрендә, Ураҙа байрамының намаҙына тиклем. Әгәр кеше ваҡыт бар әле тип, фытыр саҙаҡаһын Ураҙа байрамы намаҙына тиклем биреп өлгөрмәһә, намаҙҙан һуң биргән саҙаҡаһы ябай хәйер саҙаҡа кеүек ҡабул ителә.

Фитыр саҙаҡаһын ураҙа тотҡан кеше лә, ураҙа тотмағандар ҙа бирергә тейеш

Фытыр саҙаҡаһының күләме күпме?
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты билдәләүенсә, фытыр саҙаҡаһының күләме төп аҙыҡ-түлек (бойҙай, арпа, финик, йөҙөм) хаҡына ҡарап иҫәпләнә. Быйыл бер кеше өсөн ошолай тәшкил итә:
Аҙ килемле кешеләргә – 200 һум;
Урта хәллеләргә – 800 һумға тиклем;
етеш кешеләргә – 1200 һум.


Фиҙиә саҙаҡаһы
Фиҙиә саҙаҡаһын аҡсалата, аҙыҡ-түлек менән дә түләргә була, мохтаж бер кешегә йәки бер нисә кешегә таратырға ла мөмкин.
Фиҙиә саҙаҡаһының күләме күпме?
Бер кешенең бер көнгә туҡланыуынан сығып иҫәпләнә.
Урта хәлле, етеш кешеләргә һәр тотмаған көн өсөн – 400 һум;
Аҙ килемле кешеләргә – 200 һум

 

Автор:
Читайте нас