Көнгәк
+8 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Иман
18 Март , 22:00

Ҡаҙағстанға "кесе хаж"

Диндәге кешеләр Ҡаҙағстанға әүлиә ҡәберҙәренә йөрөйҙәр. Был гонаһ түгелме?

Ҡаҙағстанға "кесе хаж"
Ҡаҙағстанға "кесе хаж"

Ҡаҙағстанға булһынмы, Башҡортостандың эсендә булһынмы, изгеләрҙең ҡәберҙәренә тип маҡсатлы рәүештә сәфәргә сығыу – оло гонаһ.

Исламда үҙең йәшәгән ауылдағы йә ҡалалағы зыяратҡа йөрөү тыйылмаған, һәм, шулай уҡ, ниндәйҙер сәфәр мәлендә лә юл ыңғайы берәй зыяратҡа йә ҡәбер янына барырға мөмкин. Зыяратҡа йә ҡәбер янына барыуҙың диндә рөхсәт ителгән маҡсаты – үлемде һәм киләһе донъяны иҫкә төшөрөү, был донъяның фанилығы тураһында фекерләү һәм унда ятҡан мосолмандар өсөн доға ҡылыу.

Мәрхүмдәрҙең үҙҙәренән иһә бер нәмә лә һорарға ла, өмөт итергә лә ҡәтғи рәүештә ярамай (был оло гонаһ кешене Ислам диненән сығара, Аллаһ һаҡлаһын). Шулай уҡ, ниндәйҙер ҡәбер янында ҡылынған доға яҡшыраҡ һәм ҡабул итеү йәһәтенән тиҙерәк, тип тә уйларға ярамай, был – бидәғәт. Ни ҡәҙәре генә изге йәшәгән кешенең ҡәбере булһа ла.

Сәхәбәләр бер-береһенең алыҫ илдәрҙә ятҡан ҡәберҙәренә лә, пәйғәмбәрҙәрҙең ҡәберҙәренә лә сәфәргә йөрөмәгән һәм быға бүтәндәрҙе лә өндәмәгән. Киреһенсә, элекке пәйғәмбәрҙәрҙе йәшерен рәүештә икенсе урындарға күмгәндәр һәм уларҙың ҡәберҙәренең ҡайҙа икәнлеген бер кемгә лә хәбәр итеп ҡалдырмағандар. Халыҡ ул ҡәберҙәргә сәфәр ҡылмаһын һәм ул ҡәберҙәрҙе изгеләштерә башламаһын өсөн.

Ҡаҙағстандағы ул "изге ҡәберҙәргә" турҙар ("кесе хаж") ойоштороусы секта "Ата юлы" тип атала (йә шуға оҡшаш исем). Башҡортостанда иһә бындай ҡәберселек менән хаҡҡаниҙар һәм дә батасылар сектаһы булыша. Йә – айырым бидәғәтсе заттар. Бөтә ошо секталарҙан һәм ҡурҡыныс бидәғәтселәрҙән ныҡ-ныҡ йыраҡ булырға, улар менән ҡатышмаҫҡа һәм уларҙың хатта бер һүҙен дә тыңламаҫҡа нәсихәт итәбеҙ. Динде фәҡәт сөнни мосолмандарҙан ғына алығыҙ һәм Аллаһтан үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн һәр ваҡыт Тура юл, дөрөҫ эштәр, аҙашыуҙан һаҡлау һәм Йәннәт һорағыҙ.

Автор:
Читайте нас