ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
15 Март 2019, 18:55

Еңеүселәр билдәләнде

Ниһайәт, “Көнгәк һылыуҡайы” конкурсы һөҙөмтәләре билдәле. Сибәркәйҙәр өсөн Интернет селтәрендә тауыш биреү бик ҡыҙыу, әүҙем барҙы. Ҡыҙҙарыбыҙ һәр ҡайһыһы үҙенсә матур. Берәүҙәренең сибәр йөҙө, нәфис буй-һыны әсир итһә, икенселәренең нескә күңеле, яҡты уй-маҡсаттар менән янып йәшәүе һоҡландырҙы.

Шуға ла ауыр һайлау алдында торған баһалама комиссия төп еңеүсене билдәләп, башҡа конкурсанттарҙы номинациялар буйынса тәбрикләү ҡарарына килде. Шулай итеп, “Көнгәк һылыуҡайы”исеме Айгизә Ибраһимоваға бирелә. Фидалиә Кәшәфетдинова - “Башҡорт һылыуы”, Азалия Байымова -“ Иң нәзәкәтле”, Гөлшат Таштимерова - “Милләт йәме” номинацияларында еңеүсе тип табылды.
Һылыуҡайҙарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, бүләктәрҙе редакциянан килеп алыуығыҙҙы көтәбеҙ.
Редакция.
Читайте нас: