Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
10 Сентябрь 2019, 18:49

“Беҙҙең мираҫ” конкурсы

Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге балаларҙы, уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы “Беҙҙең мираҫ” конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Төп бүләк - Яңы йылға планшет!

Һеҙҙең төбәктә архитектура һәм археология ҡомартҡылары иҫәбенә ингән боронғо биналар, ғибәҙәтханалар, ҡурғандар һәм башҡа ҡомартҡылар бармы? Бәлки уйламаған ҡыҙыҡлы табышҡа юлыҡҡанһығыҙҙыр? Башҡортостанда мәҙәни мираҫ объекттары бихисап. Уларҙы фотоға төшөрөп, һүрәтләмә яҙырға һәм мәғлүмәтте конкурстың рәсми битендә үҙегеҙгә урынлаштырырға кәрәк: https://vk.com/dninaslediya
Конкурста 6 йәштән 25 йәшкәсә кешеләр ҡатнаша ала. Ғаризалар 20 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Еңеүсене һәм ике лауреатты жюри билдәләй. Иң күп тауыш йыйған мәғлүмәт өсөн “Тамашасы һөйөүе” номинацияһы ҡаралған.
Конкурстың положениеһы менән ойошманың “Бәйләнештә” селтәрендәге https://vk.com/npc_culture рәсми битендә танышырға мөмкин.
Читайте нас: