ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Ноябрь 2019, 14:37

Көнгәк батыры - 2019

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Көҙгө эштәр тамамланыу осоронда районыбыҙҙың аҫыл ир-егеттәре араһында сираттағы конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ. “Көнгәк һылыуы” булғас, батыры ла булырға тейештер бит! Конкурста ҡатнашыу шарты бик ябай, уның өсөн фотоғыҙҙы һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте 8-937-343-1968 телефонына Ватцап аша ебәрегеҙ. Телебеҙгә һөйөү үҫтереү, милләтебеҙҙең киләсәге булырҙай егеттәрҙе күтәреү маҡсатында уҙғарылған конкурста үҙегеҙгә оҡшағанының еңеүен теләһәгеҙ, һылтанма аша үтеп, тауыш бирергә, комментарийҙар яҙырға кәрәк буласаҡ. Иң күп тауыш йыйғаны “Көнгәк батыры” тип иғлан ителә. Еңеүсегә - бүләк! Тәүге конкурсантыбыҙ менән таныштырабыҙ. Ул - Арыҫлан ауылы егете Азамат Суҡбаев.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ! Көҙгө эштәр тамамланыу осоронда районыбыҙҙың аҫыл ир-егеттәре араһында сираттағы конкурсыбыҙҙы иғлан итәбеҙ. “Көнгәк һылыуы” булғас, батыры ла булырға тейештер бит!
Конкурста ҡатнашыу шарты бик ябай, уның өсөн фотоғыҙҙы һәм үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәтте 8-937-343-1968 телефонына Ватцап аша ебәрегеҙ. Телебеҙгә һөйөү үҫтереү, милләтебеҙҙең киләсәге булырҙай егеттәрҙе күтәреү маҡсатында уҙғарылған конкурста үҙегеҙгә оҡшағанының еңеүен теләһәгеҙ, һылтанма аша үтеп, тауыш бирергә, комментарийҙар яҙырға кәрәк буласаҡ. Иң күп тауыш йыйғаны “Көнгәк батыры” тип иғлан ителә. Еңеүсегә - бүләк!
Тәүге конкурсантыбыҙ менән таныштырабыҙ. Ул - Арыҫлан ауылы егете Азамат Суҡбаев. Сәнғәткә ғашиҡ, маһир Азамат ете йәшендә Мәләүез районының “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ була. Ун йәшендә “Байыҡ” бейеү конкурсында - өсөнсө, районда уҙғарылған бейеү, йыр, ҡурай конкурстарында - беренсе урындар, ә быйыл “Салауат йыйыны батыры” республика конкурсында икенсе дәрәжәле дипломға лайыҡ булды. Әйткәндәй, унда ҡатнашыр өсөн махсус уҡтан атырға ла өйрәнә.
Алып барыусы булараҡ та, артислыҡ оҫталығы ла бар уның. Өс йәшенән сәхнәлә сығыш яһай.
Әсәһе Нәсимә Суҡбаева әйтеүенсә, ул бик тырыш, ярҙамсыл, өй йыйыштырырға, бәлештәр бешерергә оҫта. Өс йыл дауамында ғәрәп телен өйрәнә, намаҙ уҡый, аҙан әйтә. Дуҫтары уңған, игелекле, кешелекле, асыҡ күңелле Азаматтың был конкурста еңеп сығыуын теләй.
Читайте нас: