ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Ноябрь 2019, 14:38

Әсәкәйем, йәшә генә!

Таныш булығыҙ: «Көнгәк батыры” конкурсанты - Самир Латипов. Алты йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, баҫҡан ерендә ут сәсеп торған яҡташыбыҙҙың өлгәшкән уңыштарына һоҡланырлыҡ! “Был аҙнала - беренсе” телевизион проектында “Салауат батыр” йыры менән, шунда уҡ 15-се балалар баҡсаһының “Непоседы” хореография төркөмө менән дипломға лайыҡ була. “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса конкурста районда беренсе урын, балалар баҡсалары араһында уҙғарылған “Күңелле йәйғор” шиғыр бәйгеһендә икенсе урын, бейеү конкурсында беренсе урын алды. Шулай уҡ ул ҡалала модель агентлығында, ҡурай бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнергә өлгөрә. (Дауамын аҫтағы һылтанмаға инеп уҡығыҙ).

Таныш булығыҙ: «Көнгәк батыры” конкурсанты - Самир Латипов. Алты йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, баҫҡан ерендә ут сәсеп торған яҡташыбыҙҙың өлгәшкән уңыштарына һоҡланырлыҡ! “Был аҙнала - беренсе” телевизион проектында “Салауат батыр” йыры менән, шунда уҡ 15-се балалар баҡсаһының “Непоседы” хореография төркөмө менән дипломға лайыҡ була. “Урал батыр” эпосын һөйләү буйынса конкурста районда беренсе урын, балалар баҡсалары араһында уҙғарылған “Күңелле йәйғор” шиғыр бәйгеһендә икенсе урын, бейеү конкурсында беренсе урын алды. Шулай уҡ ул ҡалала модель агентлығында, ҡурай бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнергә өлгөрә. Тәүгеһендә шөғөлләнеү төрлө ил кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, кастингтарҙа ҡатнашҡанда уңайһыҙланыу, оялыу кеүек сифаттарҙан арындырған. Быйыл “Балалар” республика проектында ҡатнашҡан. Былтыр бөтә Рәсәй “Минең асыштарым” һәм “Мин - эҙләнеүсе” конкурстарында - беренсе урын алған. “Минең сәләмәт ғаилә” конкурстарында ҡалала - беренсе, “Минең шәжәрәм” конкурсында өсөнсө урын яулай.
Был еңеүҙәрен ул ауыр хәлдә ятҡан әсәһенә арнай. Әллә ниндәй уңыштарға өлгәшер ул, тик әсәһе иҫән-һау булһын! Афарин, Самир!
Читайте нас: