ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Ноябрь 2019, 14:45

Ҡояшҡа тиң әсәйем

Минең әсәйемдең исеме - Рәсимә. Ул булғанға ғына донъя яҡты, ҡояш та гел йылмайып торған кеүек.

Минең әсәйемдең исеме - Рәсимә. Ул булғанға ғына донъя яҡты, ҡояш та гел йылмайып торған кеүек.
Әсәйем Мәсетле районында донъяға килгән, ә бала сағы Дыуан районы Арый ауылында уҙған. Ауыл мәктәбендә 8 класс тамамлағас, Өфө районы Михайловка ауылындағы училищеға уҡырға инә һәм йәшелсә, емеш үҫтереүсе һөнәрен үҙләштерә. Алексеевка ауылында бик ҙур теплицала эш башлай. Шул ваҡытта Аксён ауыл хужалығы техникумынан белгестәр килеп, уҡырға инергә теләүселәргә имтихан тапшырып ҡарарға тәҡдим яһайҙар. Әсәйем һынауҙарҙы уңышлы үтеп, техникум студенты булып китә. Ә был ваҡытта Мәләүез районы Һәргәй ауылы егете Фәрит Ибраһимов та ошо уҡыу йортонда белем алып йөрөгән була. Атайым бер күреүҙән әсәйемә ғашиҡ була һәм улар уҡыу йортон ҡалдырып, 1976 йылда Һәргәй ауылына ҡайтып, үҙ аллы тормош көтә башлайҙар. Колхоз тарҡалғансы, әсәйем фермала һыйыр һауа, һуңынан хаҡлы ялға тиклем “Спартаковсы” лагерында эшләй. Дүрт баһадирға ғүмер бирә килтерә әсәйем. Улдары Салауат, Азат, Айрат, Айҙар үҙ ғаиләләрен ҡороп, бик матур итеп йәшәй. Ә мин, Анастасия - Гөлназ, был яҡшы ғаиләгә килеп эләгеүебеҙҙе яҙмыш бүләге тип ҡабул иттек. Бында миңә шул тиклем рәхәт, сөнки мине атай-әсәйем дә, ағайҙарым да бик ярата. Әсәкәйем - минең серҙәшем дә, кәңәшсем дә, әхирәтем дә. Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Ә үҙе тыныс холоҡло, шундай алсаҡ. Тик яҡшылыҡҡа, изгелеккә өйрәтә. Кешеләргә иғтибарлы, тыныс холоҡло, сәскә кеүек матур, йомшаҡ күңелле. Ул йылмайһа, бар донъя йәмләнгәндәй булып китә. Әйтерһең дә, уға ҡушылып, бар донъя көлә.
Ҡояшҡа тиң әсәйемә, бик күп рәхмәт әйтер инем. Ниҙәр генә эшләһәм дә, аҙ һымаҡ. Әсәкәйем, һиңә мең-мең рәхмәт!
Дуҫтар, иң мөһиме-әсәйҙәрҙе рәнйетмәйек, йөрәктәренә ут һалмайыҡ, ҡәҙерләйек!
Әсәйҙәрҙе яратайыҡ,
Әсәйҙәр бит бер генә.
Беҙ уларҙы рәнйетмәйек,
Хөрмәтләйек гел генә.
Анастасия Иванцова, Нөгөш мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.
Һүрәттә: “Әсәкәйем - минең серҙәшем дә, кәңәшсем дә, әхирәтем дә”, - ти Анастасия Иванцова.
Фото архивтан.
Читайте нас: