ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
21 Ноябрь 2019, 18:49

Изге фәрештәм һин, әсәйем!

Яҙғы ҡояш ерҙе иркәләгән, ҡоштар ҡайтып оя ҡорған, миҙгел алмашынған мәлдә Мәләүез районы Һабаш ауылында донъяға ауаз һалған беҙҙең ҡәҙерлеләрҙән - ҡәҙерле әсәйебеҙ Гөлсирә Ишһарина.

Яҙғы ҡояш ерҙе иркәләгән, ҡоштар ҡайтып оя ҡорған, миҙгел алмашынған мәлдә Мәләүез районы Һабаш ауылында донъяға ауаз һалған беҙҙең ҡәҙерлеләрҙән - ҡәҙерле әсәйебеҙ Гөлсирә Ишһарина.

Күңеле менән һәр ваҡыт гүзәллеккә, камиллыҡҡа ынтылыусы, ҡояш кеүек балҡып тороусы, яҡындарына йөрәк йылыһын ихлас өләшеүсе кеше ул. Хәстәрлекле әсәй, һөйөклө ҡатын ғына түгел, ә яғымлы өләсәй ҙә.

Атайыбыҙ Зәки Зәйни улы менән татыу ғаилә ҡороп, беҙҙе - Регина, Руфина һәм Айҙарҙы тәүфиҡлы, инсафлы итеп тәрбиәләүгә көс һалдылар, ейәндәренә лә күңел йылыһын йәлләмәйҙәр. Ошолай күркәм ғаилә булып йәшәүҙәренә быйыл ғинуар айында утыҙ йыл булды.

Тура һүҙле, үҙенә лә, кешеләргә лә бик талапсан, башлаған эшен аҙағына еткереп, күңелен һалып башҡара, шул уҡ ваҡытта изге күңелле, ярҙамсыл булыуы менән туғандар, ауылдаштары араһында хөрмәт ҡаҙана ул.

Әсәйебеҙ үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай. Тырыш хеҙмәт юлы 1981 йылда Салауат исемендәге колхозда башланып китә. Аҙаҡ Салауат ҡалаһында “Оптика” заводында дауам итә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул эшкә намыҫ һәм яуаплылыҡ менән ҡарай. Шуның өсөн дә ул ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ була. Уның ярҙамсыллығын, кешелекле һәм кеселекле булыуын бөтәһе лә белә, шуға ла уны яҡташтары ауыл, район советына депутат итеп һайлай.

Әсәйебеҙ күп йылдар Үрге Юлдаш ауылы мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләй. Ауылдаштарының ялын ойоштороуға, уларҙы рухи һәм мәҙәни яҡтан үҫтереүгә тос өлөш индерә. Фиҙаҡәр, намыҫлы хеҙмәте өсөн ул бихисап Маҡтау грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.

Уның һәр уңышы беҙҙең өсөн оло ҡыуаныс булһа, атайыбыҙ менән бер - береһенә ныҡлы терәк булып, ҡулға - ҡул тотоношоп, аңлашып йәшәүҙәре беҙҙең өсөн өлгө. Татыу, берҙәм һәм һөйөүгә сорналған ғаиләлә үҫеү - үҙе бәхет. Уның йылыһы беҙҙе ғүмер буйы оҙатып йөрөйәсәк.

Әсәйебеҙ - уңған хужабикә лә. Донъябыҙ һәр ваҡыт таҙа, өҫтәл һый- хөрмәт менән тулы. Һөйөклөбөҙ бешергән ризыҡтар иһә телеңде йоторлоҡ. Баҡсабыҙ гөл-сәскәгә күмелеүендә, йәшелсә-емештең ишелеп уңыуында, мал- тыуарҙың ишле булыуында уның уңған ҡулдарының өлөшө ҙур, сөнки ул һәр эшкә күңел йылыһы һалып башҡара.


Регина ИШҺАРИНА.
Читайте нас: