Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Февраль 2020, 17:10

Йондоҙҙар балҡытып...

Күренекле яҡташыбыҙ, башҡорт эстрада йырсыһы, Рәсәй Федерацияһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева призына башҡорт йырҙарын башҡарыусылар асыҡ конкурсы яңы исемдәр асты.

Район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге һәм мәҙәни-ял үҙәге ойошторған был конкурс ҡалала икенсе тапҡыр үткәрелә һәм быйыл унда ҡырҡҡа яҡын башҡарыусы ҡатнашты. Атап әйткәндә, Салауат, Ишембай, Өфө, Баймаҡ, Әбйәлил, Ейәнсура, Күгәрсен һәм Мәләүездән йыр-моң һөйөүселәрҙе йыйҙы. Был көндә иртәнән кискә тиклем ҡала мәҙәниәт һарайында башҡорт халыҡ һәм билдәле йырсының репертуарындағы иң матур йырҙар яңғыраны. Уларҙы республиканың күренекле йыр сәнғәте белгестәре, йырсы һәм артистар Йәмил Әбделмәнов, Римма Садиҡова һәм Тәнзилә Үҙәнбаева баһаланы.
Конкурста тәүгә ҡатнашҡандар ҙа, тәжрибә туплаған үҙешмәкәрҙәр ҙә бар ине. Ә һөнәри башҡарыусылар айырым төркөмдә баһаланды. Еңеүселәр һәм маҡтаулы урын алыусылар өс йәш төркөмөндә билдәләнде.
Шулай итеп, 7-нән 13 йәшкә тиклемгеләр араһында Ислам Ниязғолов, Ислам Йәнбирҙин, Марсель Вахитов, Илвина Садиҡова, Зөлфиә Абдуллина призлы урын яуланы. 23 һәм унан өлкән йәштәгеләрҙән Рөстәм Оморҙаҡов беренсе, Рөстәм Якиев икенсе дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.
Һөнәри йырсыларҙан Нургиз Ғүмәров, Азамат Ғөбәйҙуллин бүләкләнде. Махсус призды ҡала мәҙәниәт һарайы “Рәйхан” татар халыҡ ансамбле, Азамат Ғөбәйҙуллин алды. Башҡорт халыҡ йырҙарын пропагандалағаны өсөн Фәриҙә Ҡобағошова, Салауат Иҫәнғолов Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Автор йыры һәм илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгәне өсөн Әхиәр Шәйәхмәтов һәм Фәнил Яманаевҡа диплом тапшырылды. Сүриә Раҡаева “Иң яҡшы концертмейстер” номинацияһында билдәләнде.
Тәнзилә Үҙәнбаева репертуарынан “Былбылым”ды һәм “Ильяс” башҡорт халыҡ йырын башҡарып, конкурстың төп призын Ергән ауылынан Зиннәт Мәхмүтов алды.
Читайте нас: