Конгэк
+11 °С
Ясна
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
2 Март 2020, 17:06
Мәләүез йылғаһы яры төҙөкләндереләсәк
Уҙған аҙна аҙағында Мәләүез ҡалаһының йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү буйынса федераль конкурс һөҙөмтәләре билдәле булды. Уға ярашлы Мәләүез йылғаһының Ленин, Октябрь, Воровский, Ҡаран урамдары, Үҙәк майҙан сиктәрендәге уң һәм һул яҡ ярҙары төҙөкләндереләсәк. “Ҡайын тракты” тип аталған проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн 90 миллион һум самаһы аҡса бүленеүе көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡалабыҙҙа уҙған йылдың көҙөнән үк федераль конкурста ҡатнашыу сиктәрендә әүҙем эш алып барылды. Бер нисә йәмәғәт тыңлауҙары, семинарҙар үткәрелде, ҡала халҡының фекерен белеү өсөн тауыш биреүҙәр ойошторолдо.
Ил кимәлендәге конкурсҡа республикабыҙ иң күп ғариза биргән төбәк булараҡ билдәләнде. Бөтәһе 286 ҡатнашыусының 11-е Башҡортостандан, шуларҙың бишәүһе - Мәләүез, Дүртөйлө, Яңауыл, Ағиҙел ҡалалары, Краснокама районының Николо-Березовка ауылы - еңеүсе тип табылды.
Гөлиә ШАҺИҒӘЛИНА.
Фото Интернеттан.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты