Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
20 Апрель 2021, 12:40

Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар

Тормошто йәмләп, уны шау биҙәккә күмеп йәшәгән булдыҡлы яҡташыбыҙҙың береһе Земфира АМАНҒОЛОВАның оҫталығына һоҡланмаған кеше һирәктер.

Оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙ беҙҙе ниндәй генә ҡул эштәре менән һоҡландырмай! Тормошто йәмләп, уны шау биҙәккә күмеп йәшәгән булдыҡлы яҡташыбыҙҙың береһе Земфира АМАНҒОЛОВАның оҫталығына һоҡланмаған кеше һирәктер. Ул байтаҡ йылдар төҫлө ептәрҙән туҡымаға рәсем сигеү менән мауыға. Тәбиғәткә ғашиҡ кеше булғанға күрә, эштәрендә күпселек хайуандар донъяһы, матур сәскәләр өҫтөнлөк итә. Күҙҙең яуын алып торған гөлләмәләр, урман эсенән асыҡлыҡҡа килеп сығып һағайып ҡалған ҡоралайҙар, ағаслыҡҡа боҫоп үҙ табышын көткән юлбарыҫ, өйөрө менән юртып барған аттар, ҡараштарын алыҫҡа төбәп, ҡар өҫтөндә ятҡан аҡ айыуҙар... Һанай китһәң, был исемлекте әллә күпме дауам итергә була. Күкрәгенә сабыйын ҡосҡан әсә һыны, бер-береһенә һыйынған егет менән ҡыҙ ҙа йәшәйештең үҙен сағылдыра. Картиналарҙың һәр ҡайһыһына күңел йылыһы, күҙ нурҙары һалынған.
- Ҡул эше менән шөғөлләнеү кешегә йән тыныслығы, рәхәтлек бирә. Туҡымаға төшкән һәр һүрәтте, айырыуса йәнлектәрҙе яратам, - ти оҫтабикә үҙе.
Стәрлебаш районында тыуып үҫкән Земфира Йыһандар ҡыҙының бар ғүмере Мәләүез ере менән бәйле. Төҙөүсе һөнәренә уҡып сыҡҡас, 1974 йылда беҙҙең ҡалаға килә һәм егерме биш йыл төҙөлөштә эшләй. Һуңынан иһә хаҡлы ялға сыҡҡансы, төрлө урындарҙа намыҫлы хеҙмәт итә.
- Мәләүезде төҙөүҙә ҡатнашҡан кеше мин. Күп ҡатлы йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, коттедждар, ауылдарҙа байтаҡ объекттар һалдыҡ. Буш ваҡытымда ҡул эше менән шөғөлләндем. Ул заманда хәҙерге кеүек магазиндарҙа төҫлө ептәр ҙә һатылмай ине. Аҡ, ҡара һарыҡ йөнөн ҡушып, төрлө биҙәктәр һалып, туғандарыма кофта, юбка, бейәләйҙәр бәйләп кейҙерә торғайным, - тип хәтирәләрен барлай әңгәмәсем.
Туҡымаға рәсем төшөрөүгә һуңғы йылдарҙа ғына тотонһа ла, оҫтабикәнең сиккәндәре байтаҡ. Эштәрен ул яҡындарына, таныштарына бүләк итә, уларҙың өйҙәренә йәм биреп торған рәсемдәрен күреүҙән ҡыуаныс кисерә Земфира апай.
Сабырлыҡ, түҙемлек талап иткән эш еңел генә башҡарылмай, бер генә урында яңылышлыҡ ебәрһәң йә ептәрҙе бутаһаң, бар тырышлығың юҡҡа сыҡты тигән һүҙ. Күҙҙең яуын алып торған рәсем килеп сыҡһын өсөн бар мәшәҡәтеңде ситкә ҡуйып, иғтибарыңды туплап, эшеңде күңел һалып башҡарырға кәрәк.
Әңгәмәсемдең: «Сигеү сигеүҙе бөтә кеше лә булдыра ала» тигән һүҙҙәре менән килешергә ашыҡмайым, сөнки уның аҡ туҡыманан, һыҙманан һәм төҫлө ептәрҙән башланған шөғөлөн, тәү сиратта, тормош матурлығын күрә белеүенә бәйләйем. Ә был тойғо иһә бик һирәктәргә генә бирелә.
Читайте нас: