Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
16 Февраль 2022, 13:15

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсында ҡатнашырға теләгегеҙ бармы?

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы - “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсына ғаризалар алыу башланды. Әйткәндәй, быйыл “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Комиссия “Аҙыҡ-түлек тауарҙары”нан тыш, “Етештереү-техник тәьминәте продукцияһы”, “Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары” (шул иҫәптән - халыҡ һәм художество кәсептәре тауарҙары), “Халыҡ өсөн хеҙмәттәр, “Етештереү-техник тәғәйенештәге хеҙмәттәр” кеүек номинацияларҙа ҡараясаҡ.

Конкурс сиктәрендә иң яҡшы менеджмент системаһы һәм сифат буйынса иң яҡшы менеджер аталасаҡ.

Ойошмалар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашырға ғариза һәм конкурс материалдарын 1 апрелгә тиклем тапшырырға тейеш. Тулыраҡ мәғлүмәтте Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары,    82, 7-се ҡат, 7-2 кабинетта йәки  (347)272-87-77 телефоны аша белергә була.  E-mail: [email protected].

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: