+16 °С
Болотло
Конкурста Рәсәй граждандары һәм идара итеү стажы ике йыл һәм унан да күберәк булған 55 йәшкә тиклемге сит ил граждандары ҡатнаша ала. Бының өсөн 14 майға тиклем лидерыроссии.рф сайтында һылтанма аша https://clck.ru/347AyE теркәлергә кәрәк. Конкурста ҡатнашыу бушлай.
Төп премия — 1 миллион һумлыҡ грант, уны уҡытыуға, Рәсәйҙең алдынғы менеджерҙары араһында остаз менән осрашыу, шулай уҡ карьера буйынса консультация биреүгә тотонорға мөмкин. Бынан тыш, һәр ҡатнашыусы үҙенең һөнәри компетенцияларына комплекслы баһа һәм идара итеү оҫталығын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр аласаҡ.
фото лидерыроссии.рф сайтынан