+19 °С
Болотло
Конкурсҡа Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан төбәктәренән бөтәһе 80-дән ашыу ғариза килгән. Конкурс ете номинацияла үтте. Наградаларҙы еңеүселәргә БР Матбуғат һәм медиаагентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев тапшырҙы, ул конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм хәҙер йыл һайын халыҡ-ара форматта Китап Байрам йәрминкәһе үтәсәген белдерҙе.
Башҡортостан Республикаһы башлығының махсус премияһын Минскиҙан "БЕЛАРУСЬ ХАЛЫҠ ИЖАДЫ XVI-XXI быуаттар" китабы өсөн "Белоруссия" нәшриәте алды.