Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
25 Июнь 2023, 12:00

Йәштәр фестивалендә ҡатнашырға теләһәгеҙ

Башҡортостан йәштәре Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашыу өсөн теркәлә ала — ғаризаларҙы ҡабул итә башлау тураһында Түбәнге Новгородта 24 июндә Йәштәр көнө байрамында иғлан ителде. Фестиваль программаһының визуаль стилен һәм концепцияһын тәҡдим иттеләр

Йәштәр фестивалендә ҡатнашырға теләһәгеҙ
Йәштәр фестивалендә ҡатнашырға теләһәгеҙ

 https://fest2024.com/ сайтында теркәлергә була. 

Фестивалдә ҡатнашыу өсөн тәүге ғаризаны РУДН университеты студенты Дарья Семенова бирә — нәҡ ул Рәсәй Президентына 2023 йылдың ғинуарында Бөтә донъя йәштәр фестивален үткәрергә тәҡдим итә.

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Ксения Разуваева белдереүенсә, 2024 йылда Рәсәй бөтә донъя йәштәренең йортона әйләнәсәк.

«Бөтә донъя йәштәр фестиваленең маҡсаттарының береһе — бөтә донъянан хәстәрлекле йәштәр араһында селтәр булдырыу. Фестивалде үткәреү урыны киләсәк донъяның баш ҡалаһы буласаҡ, унда бер-береһенә ихтирам, төрлө илдәрҙең һәм халыҡтарҙың ҡиммәттәре һәм мәҙәниәте төп урында тора. Рәсәй үҙ-ара диалогҡа һәм ғәҙел халыҡ-ара хеҙмәттәшлеккә нигеҙләнгән донъяны яҡшыртыуға һәм киләсәк булдырыуға ынтылғандарҙың барыһы өсөн дә асыҡ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Росмолодеж башлығы.

– Бындай ваҡиғалар беҙҙең өсөн бик мөһим. Был республикабыҙ менән мөмкин тиклем күберәк кеше танышыу, йәштәребеҙ менән үҙ-ара эш итеүҙә яңы тәжрибә туплау һәм яңы тенденциялар һәм мәғәнәләр ҡуйыу мөмкинлеге», — тине Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.





Справка:

Указ о проведении в 2024 году Всемирного фестиваля молодежи подписал Президент России Владимир Путин. Фестиваль пройдет на федеральной территории «Сириус» с 1 по 7 марта, а его региональная программа – с 10 по 17 марта 2024 года в 26 городах России. Цель фестиваля – развитие международного молодежного сотрудничества.

В ВФМ-2024 примут участие 20 тыс. молодых лидеров в сфере бизнеса, медиа, образования, науки, международного сотрудничества, культуры, волонтёрства и благотворительности, спорта, различных сфер жизни. Из них 10 тыс. – иностранные гости. Впервые в истории фестивального движения участие примут подростки от 14 до 17 лет – 500 из России и 500 из-за рубежа. В организации и проведении фестиваля задействуют 5 тысяч волонтёров из всех регионов России, в том числе 250 жителей ЛНР, ДНР, Запорожской и Херсонской областей.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: