Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
26 Июнь 2023, 12:30

Яңы конкурс старт алды!

23 июндә Фән һәм техника Талисманын билдәләү буйынса Бөтә Рәсәй конкурсы башланды. Конкурста илдең һәр кешеһе ҡатнаша ала. Бының өсөн Талисман версияһын 31 июлгә тиклем талисман.наука.рф. конкурс битенә ебәрергә кәрәк

Яңы конкурс старт алды!
Яңы конкурс старт алды!

Талисман Рәсәйҙең флораһы йәки фаунаһы, тәбиғәт күренеше, ниндәй ҙә булһа объекты йәки уйлап сығарылған герой була ала. Талисманда дәүләт символдарын, тауар билдәләре, шулай уҡ йәмәғәт мәнфәғәттәренә, кешелек һәм әхлаҡ принциптарына ҡаршы килгән элементтарҙы ҡулланыу рөхсәт ителмәй. Ярыш эшен төрлө техникала һәм жанрҙа башҡарырға мөмкин. Башҡа авторҙарҙың элегерәк ижад иткән геройҙарын һүрәтләгән әҫәрҙәрҙә ҡатнашыу рөхсәт ителмәй.
Әҫәрҙәр һайлап алыу бер нисә этапта үтә. 1 августан 31 авгусҡа тиклем махсуслаштырылған юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ирекмәндәр талисмандарҙың конкурс ҡағиҙәләрен үтәүен тикшерәсәк, ә сәнғәт өлкәһе белгестәре тәҡдим иткән Эксперттар советы медиасферанан актерҙар, ғалимдар араһында билдәле кешеләр йомғаҡлау баһаһын бирәсәк, һөҙөмтәләр буйынса 40 әҫәрҙән торған ҡыҫҡа исемлек билдәләнә.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: