Конгэк
+6 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Декабрь 2023, 09:54

Мәләүез районында «Дәрдмәнд уҡыуҙары» йәнә дуҫтарын йыйҙы

Ергән күп функциялы ауыл клубында татар классигы, шағир Дәрдмәндтең (Закир Рәмиев) әҙәби мираҫына арналған «Дәрдмәнд уҡыуҙары» республика уҡыусылар конкурсының финалы үтте. Ул Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 131 ҡатнашыусыны йыйҙы, хатта ЯНАО-ның Яңы Уренгой ҡалаһынан конкурсант булды.

Мәләүез районында «Дәрдмәнд уҡыуҙары» йәнә дуҫтарын йыйҙы
Мәләүез районында «Дәрдмәнд уҡыуҙары» йәнә дуҫтарын йыйҙы

Конкурс 20 октябрҙән 30 ноябргә тиклем «Башҡортостан Республикаһы татарҙары конгресы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Мәләүез бүлексәһе һәм «Ергән - әҙәби провинция» тыуған яҡты өйрәнеү проекты сиктәрендә Ергән моделле китапханаһы тарафынан онлайн уҙғарылды.

Еңеүселәр ике йәш категорияһында: 14 йәшкә тиклемге һәм 15 йәштән өлкәндәр араһында һигеҙ номинацияла билдәләнде.

Татар телендә 14 йәшкә тиклем «Дәрдмәнд әҫәрҙәрен иң яҡшы уҡыу» номинацияһында Өфө ҡалаһынан Аида Йәнгирова еңеү яуланы. 15 йәштән өлкәндәр ааһында Федоровка районының Ишбүләк ауыл китапханаһынан Люция Ҡадироваға тиңдәр булманы.

14 йәшкә тиклем рус телендә номинацияһында беренсе урынды Данияр Шафиҡов, Богдан Сергеев (Ергән ауылы мәктәбе), София Ишгарина (Юлдаш китапханаһы) бүлеште. 15 йәштән өлкәндәр араһында Дәрдмәнд шиғырын иң яҡшы итеп Полина Новоселова (Федоровка районы Бала-Сытырман ауылы мәктәбе) уҡыны.

14 йәшкә тиклем башҡорт телендә «Дәрдмәнд әҫәрҙәрен иң яҡшы уҡыу» номинацияһында гран-приға Руфина Маликова (Федоровка районы Яңы Яуыш ауылы мәктәбе) лайыҡ булды, 15 йәштән өлкәндәр араһында Алһыу Шәрипова (Бәләбәй ҡалаһы үҙәк китапханаһы) еңеүсе булды.

«Иң йәш һәм эмоциональ башҡарыусы» номинацияһында Зара Мортазина (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 16-сы балалар баҡсаһы) һәм Эрнест Ғибәҙуллин («Мәләүез үҙәк балалар китапханаһы») бүләкләнде.

«Иң өлкән башҡарыусы» номинацияһында Рәмзә Аҡсурина Һәм Флүр Дашкин (Федоровка районы Үрге Яуыш ауылы) лауреаттар булды.

Сараны ҡала мәҙәнитәт һарайының «Райхан» татар халыҡ вокаль ансамбле, Ергән КФАК-ның «Ләйсән» татар вокаль ансамбле, Юлдаш китапханаһының «Ижад шишмәһе» клубы ҡатнашыусыларының сығыштары биҙәне.

Мәләүез районында «Дәрдмәнд уҡыуҙары» йәнә дуҫтарын йыйҙы
Мәләүез районында «Дәрдмәнд уҡыуҙары» йәнә дуҫтарын йыйҙы
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: