ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
4 Октябрь 2017, 10:46

Хыялымдағы паровоз төҙөмәгән әле

Ғаиләнигеҙенең ныҡлығы нимәгә, ниндәй тойғо-хистәргә бәйле? Беренсе сиратта, унытөҙөгән ике кешенең бер-береһен ысын шәхес итеп яратыуына, хөрмәтләүенә бәйлелер,тип уйлайым.

Мөхәббәт карабының елкәне ғүмер миҙгелдәре дауылы, ел-ямғырына бирешмәй, дөрөҫ йүнәлештә барһын тиһәң, ике яҡтың да аңлашып, бер-береһен тыңлап, уй-хыялдарҙы уртаҡ күреп, кәңәшләшеп йәшәүе кәрәктер. Тормош бит ул гел шатлыҡ, ҡояшлы көндәрҙән генә тормай, унда хәсрәт-һағыш, ҡайғы-көйөнөстәргә лә урын бар. Шулай ҙа яҙмыш һынауына зарланмай, ғаиләһен, яҡындарын ҡурсылап, милләттәштәре, ауылдаштары өсөн тик изгелектәр ҡылыу теләге менән йәшәгәндәр тормош ҡаршылыҡтарына баш эймәҫкә тырыша. Ундайҙарҙы көслө рухлы тиҙәр.
Һарыш ауылында Ғәйнетдин Аҡсулпанов нәҫеле тамырын 6 улы дауам итә. Әйтергә кәрәк, ата-әсәһенә оҡшап, уларҙың бөтәһе лә тырыш, изге күңелле. Беҙ бәйән итәсәк Фәнир ағай - шуларҙың береһе.
Ауыл мәсетендә имам вазифаһын башҡарған Фәнир Ғәйнетдин улын күрше ауылдарға Ҡөрьән ашы, сабыйға исем ҡушыу, никах туйы, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға оҙатыу сараларына ла саҡыралар, беҙгә бәхет йылмайҙы - алдан иҫкәртмәй килһәк тә, хужаларҙы йортта осраттыҡ.
Уны ауылдаштары алтын ҡуллы, тиҙәр. Йә, әйтегеҙ әле, кем ауылда утынды балта менән түгел, махсус ҡоролма менән яра!? Кемдең хужалығында ҡош-ҡорт ашағандан һуң ем һалынған тартма үҙенән-үҙе ябыла? Ә кемегеҙҙең мунса мөрйәһе вентиляциялы?
“Һарыш Кулибины” Фәнир ағайҙың юҡ ҡына тимерҙән хужалыҡта ауыр хеҙмәтте еңеләйтерҙәй нимәлер эшләргә, дөрөҫөрәге уйлап сығарырға ынтылышы бала саҡтан килә. Был хаҡта үҙе лә, асылып китеп: ”Күрше ауылға йөрөп уҡырға тура килде, шунлыҡтан тәпәйләп үтеү маҙаға тейеп киттеме, ике ауыл араһында паровоз юлы төҙөү тураһында хыяллана инем. Хатта уның нисек булырын, нисек хәрәкәт итерен дә схемалар менән күңелдән әҙерләп бөткән инем ”, - тип йылмайҙы. Паровоз юлы төҙөүгә тиклем барып етмәгән ул, әммә хужалыҡта әллә күпме кәрәкле ҡоролма уйлап тапҡан. Бөгөн ул бесәнде лә үҙе үҙгәртеп йыйған трактор менән саба, йыя, өйә, ташый. Яҙын ерен шундай уҡ техника менән эшкәртә, түтәл яһай, орлоғон сәсә, тигәндәй. Ҡарлы ҡыш ауыл халҡы өсөн ҡурҡыныс түгел - ауылдаштарының ҡапҡа алдын, иман йорто биләмәһен уңған хужа “һә” тигәнсе таҙартып та ҡуя. Оло йәштәгеләр, балалар Фәнир ағайға ошондай ихтирамы өсөн рәхмәт уҡый.
Ихлас, яҡты йөҙлө йорт хужабикәһе Сәрбиямал Байтимер ҡыҙы менән дүрт тиҫтә йылдан ашыу бер-береһенә, ысын мәғәнәһендә, терәк булып донъя йөгөн бергә тарта улар. Донъя бит - ҡайғы йорт ишеген рөхсәт һорап шаҡымай, ғүмере әле генә башланып торған бөркөттәй улын ҡара ер ҡуйынына һала улар. Бала ҡайғыһынан ауыры юҡ - ошоларҙан һуң бөгөлмәҫкә, һынмаҫҡа, артабан йәшәргә кәрәк. Ошо хаҡиҡәтте аңлаған оло йөрәкле Аҡсулпановтар бөгөн дини йортта төрлө саралар уҙғарыуға көс һала, мохтаждарға мәрхәмәтлек күрһәтә.
Сәрбиямал апайҙың табыны тәмле бәлеш, ҡоймаҡтан өҙөлмәй. Баҡса төрлө төҫтәрҙәге сәскә-гөлдәре менән әйҙәй, йәшелсә, емеш-еләге лә ҡотороп уңа. Хужалыҡта 50 баш ҡаҙ, ҡош- ҡорт, көтөүе менән йөрөгән һарыҡтарға ла күҙ-ҡолаҡ кәрәк. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата, яңы тыуған сабыйҙарға сағыу ойоҡбаштар бүләк итеү ҙә ихтирам, кешеләрҙе яратыу, изгелектең бер өлөшө. Бына шулай эшләп-эшләп тә һис арыу-талыу белмәгән ғаилә йәшәй Һарыш ауылында, сөнки уларҙың күңеле изгелек менән тулы.
Читайте нас: