ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
17 Октябрь 2017, 12:37

Иман йорто ауыл ҡото буласаҡ

Арыҫлан ауылы тарихы тураһында белешмә: Ауылға исемде Емельян Пугачевтың яуҙашы -Кинйә Арыҫлановтың атаһы Арыҫлан батыр Аҡҡолов нигеҙ һалған тигән мәғлүмәтһаҡланған. 1876 йылғы картала Аҡҡол ауылы Нөгөш йылғаһының уң яҡ ярындатеркәлгән һәм Арыҫлан ауылы исеме аҫтында күрһәтелгән. 1795 йылғы иҫәп алыуҙабында 16 ихатала 91 кеше һаналған.

1904 йылда Арыҫлан ауылында асылған мәҙрәсәгә халыҡ яҡын тирәләге ауылдарҙан йөрөй. Бөйөк Октябрь Революцияһынан һуң, ауыл волость үҙәге тип йөрөтөлә. 1938-1939 йылдарҙа ете йыллыҡ мәктәп асыла. 1943 йылда мәктәп Смаҡ ауылына күсерелә.
Бөгөн ауыл үҙ тормошо менән йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр, һынаулы йылдарҙа асылған мәктәп, мәсет тә юҡ.
Ауыл имамы Рәис хәҙрәт Суҡбаев менән ҡоролған әңгәмә ауылда иман йорто төҙөү һәм асыуға әҙерлек барышы тураһында.
- Арыҫлан ауылында нисә ихата һанала, халыҡ ни менән мәшғүл?
- Ҡала яҡын булғас, йәштәр үҙебеҙҙә төпләнә, әммә күптәре вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Уҡыусылар Смаҡ мәктәбендә белем ала, уларҙы автобус йөрөтә. Халыҡ шәхси хужалыҡ иҫәбенә йәшәй, күпселеген хаҡлы ялдағылар тәшкил итә.
- Ауылда мәсет төҙөүгә нимә этәрҙе, ул нисәнсе йыл башланды?
- Ауыл халҡы менән йыйылышып, кәңәшләштек, был, иң беренсе, йырып сыға алмаҫтай тойолған идея ғына ине. Быға тиклем ауылда депутат булып һайланған инем, күптәрҙең наказы тап мәсет төҙөү менән тура килде. Проект әҙерләү 2011 йылда башланды. Ауылдаштар, күмәк көс менән Арыҫлан ауылында мәсет булырға тейеш, тип ҡарар итте. Быйылға тиклем хәйер аҡсаларын туплап килдек һәм августа төҙөлөш блогы, ул ғына етмәгәс, халыҡтан өҫтәмә аҡса йыйып, кирбес һатып алдыҡ. Ауылдаштар дәррәү булды - өмә яһап, нигеҙ һалдыҡ. Кемгә генә мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙамдан баш тартманы. “Мәләүез тимер бетон-ҡоролмалары заводы” йәмғиәте директоры Рәмил Мәжитов техника, тимер, цемент менән ярҙам итте. Бөгөн ауылға күркәмлек өҫтәп, 77 квадрат метр тәшкил итәсәк буласаҡ мәсеттең стенаһын күтәрҙек. Беренсе сиратта, аҡһаҡал, ағинәйҙәр кәңәшенә таянабыҙ, ауылдаштарыбыҙҙың ихласлығы, ысын күңелдән ярҙам итеүе үҙҙәренә сауап булып ҡайтһын, тип теләйбеҙ.
- Рәис хәҙрәт, аҡса етмәһә, халыҡҡа нимә тип аңлатаһығыҙ?
- Аллаға шөкөр, йөҙ йыртып, асыуланғандарға осрағаныбыҙ булманы. Атай-олатайҙар, күркәм дин әһелдәре мәңгелек йорт тапҡан ауылда аҙан тауышы яңғырарға тейешлеген һәр кем күңеле менән тоялыр, моғайын. Икенсенән, киләсәк быуынға үҙебеҙҙән һуң нимәлер ҡалдырырға тейешлегебеҙҙе лә аңлайҙар, тип уйлайым. Тирә-яҡтағы ауылдарҙа йәштәрҙең никах туйы, сабыйға исем ҡушыу һымаҡ күркәм саралар тап иман йортонда теркәлә, беҙҙә лә ошо йоларар дауам итеренә ышанабыҙ. Ауыл эргәһенән Нөгөш һыуһаҡлағысы йүнәлешендә йыл дауамына күптәр үтә, мәсет йыраҡтан уҡ үҙенә саҡырып торасаҡ. Мәсетле ауыл - иманлы ауыл, тиҙәр, Аллаһ бойорһа, йырып сығырбыҙ.
- Алда тағы ниндәй эштәр бар?
- Хыялыбыҙ быйыл уның ҡыйығын ябып, яҙғыһын эште артабан дауам итеү ине. Ә уны башҡарыу өсөн тағы аҡса кәрәк. Бағымсылар, ауылдан ситтә йәшәгән яҡташтар, тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең ярҙамына өмөт бағлайбыҙ, уларҙың ярҙамынан тыш мәсет төҙөү мөмкин түгел шул. Халыҡ килә, ҡарай, кәңәш бирә - өмәләргә сыға, ҡулынан килгәнсә аҡсалата ла, кәңәш менән дә ярҙам итә.
Әгәр кемдер аҡсалата ярҙам итергә теләһә, аҡса күсереүгә реквизиттар “Көнгәк” гәзитенең 7 октябрендәге 81-се һанында баҫылып сыҡты. Күңелендә иман нуры булғандарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ.
- Әңгәмәгеҙ өсөн, рәхмәт!
Читайте нас: