ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
31 Октябрь 2017, 12:33

Тормош сифаты юғары булһын өсөн...

Аяҡты юрғанға ҡарап һуҙырғамы? “Ҡыҙым, ҡара әле, бынау 2 һумлыҡмы, әллә 10-мы?” – ҡартайыпмы, бәлки, быуын ауырынан кәкрәйеп ҡатҡан һул ҡулындағы тинлек аҡсаларын һанарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән әбейҙе сираттағылар төрлөсә йәлләне.

Берәүҙәр: “Магазиндан аҙыҡ-түлек алырға балалары юҡмы икән ни?” - тип оло быуын вәкилен ҡыҙғанып ҡараны.
Икенселәре аҡса ла айырмаған әбейҙең күҙҙәре өсөн уфтанды.
Өсөнсөләр, бәлки, уның һәр быуыны ҡатып ҡалған ҡул суғы өсөн йәлләгәндер.
Ә шулай ҙа күптәр уның кеҫәһендәге һуңғы тинен сүпләп, һанап ҡына картуф алғаны өсөн йәлләгәндер. Мин дә тап шуның өсөн йәлләнем һәм... оялдым.
Үҙе бәләкәй генә булһа ла, уҫлаптай ҙур ҡуллы әбейҙең, моғайын, йәш сағында эшләмәгән эше булмағандыр. Бәлки, ошо ҡулдар трактор йөрөткәндер йәки ул алдынғы һауынсы булғандыр. Ирҙәр кеүек станок артында тимер һуғыуы ла ихтимал. Һәр хәлдә бындай ҙур ҡул эйәһе бер ҡасан да тик ултырмағандыр, дәртле, ҡыйыу, уңған кеше булғандыр. Халҡыбыҙҙағы “Аяғы ҙур - ғәйрәтле, ҡулы ҙур - йөрәкле” тигән әйтеме лә шуны дәлилләй бит.
Бер нисә бөртөк картуфын пакетының төбөнә ҡәҙерләп кенә һалып сығып киткән әбейҙе күптәр, ишектән сығып киткәнсе, ҡарашы менән оҙатып ҡалды.
Һуңғы осорҙа сауҙа нөктәләрендә, баҙарҙа һуңғы тинен һанап, аҙыҡ-түлек алған ошондай күренеште осратырға була. Тиҫтәләп түгел, ә берәр-икешәрләп кенә йомортҡа һатып алғандарын да күргәнем бар. Туҡмас, ярмаларҙы ла яртышар кило ғына үлсәткәндәр, витриналағы колбасаның, майҙың, сырҙың арҙанырағын һайлағандар осрай. Был күренеш бигерәк тә оло йәштәгеләр араһында йышыраҡ күҙәтелә.
Яңыраҡ берешәр сөгөлдөр, кишер, тауыҡ бото, бер нисә картуф алған оло йәштәрҙәге апай менән һөйләшеп киттем. Киске ашҡа борщ бешерергә йыйына икән.
- Пенсияны йылына бер түгел ике тапҡыр арттырған булалар ҙа ул. Арттырыу менәнме ни, уның артынса коммуналь түләүҙәргә, аҙыҡ-түлеккә лә арта бит. Юрғанға ҡарап, аяҡ һуҙырға тура килә шул, - тине ул пенсияһының аҙ булыуына зарланып.
Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт стажы булһа ла, пенсияһы 10 меңгә лә етмәй икән. Шуның дүрт меңгә яҡыны - коммуналь түләүҙәргә, ике мең тирәһе дарыуға китә.
- Аҡса алғас та, өс өлөшкә бүләм: коммуналь хеҙмәткә түләүгә, дарыуға һәм аҙыҡ-түлек, кер йыуыу саралары алыуға. Бер айҙа артыңҡырап ҡалһа, икенсеһендә етмәҫкә лә мөмкин. Шуға күрә нимә алһам да, алдан иҫәпләп, сығымдарымды яҙып барам. Фатирға ай һайын түләп барырға тырышам, сөнки ваҡытында түләмәһәң, икенсе айына түләүе бигерәк ауырға тура килә, өҫтәүенә субсидияға кире йоғонто яһаясаҡ. Субсидияны йыйып, фатирҙа берәй нәмәне яңыртам йәки үҙемә кейем алам. Балаларҙан ярҙам өмөт итмәйем, үҙҙәре минән һорамаһалар, бик яҡшы... - ти әбей.
Квитанцияла электр энергияһына, һыуға, газға түләү аҙыраҡ килһә, был айҙа шунса экономиялағанмын икән тип, бала кеүек ҡыуанған, пенсияһын айҙыҡын айға еткерәм тип, үҙен байрамдарҙан, тыуған көндәрҙән, концерттарҙан мәхрүм иткән оло йәштәге инәйҙе нисек йәлләмәйһең?!
Рәсәй - баҙар иҡтисадлы ил. Бындай иҡтисади системалы дәүләт өсөн аҙыҡ-түлеккә, кейемгә, көнкүреш әйберҙәренә даими хаҡ артыуы нормаль процесс һанала. Әммә минималь пенсияға йәшәгән пенсионерҙарға ни эшләргә? Һәр ваҡыт хаҡтар үҙгәреп торған илдә лайыҡлы йәшәү өсөн улар тағы аҡсаһын нисегерәк тотонорға тейеш?
Кеше үҙен был тормошта иркен, азат тойһон өсөн, юғары кимәлдәге социаль яҡланыуға, йәғни ғәҙел эш хаҡына, яҡшы пенсияға, уңайлы йәшәү мөхитенә эйә булырға тейеш. Оло быуын кешеләре иһә уға икеләтә лайыҡ.
Читайте нас: