ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
13 Февраль 2018, 15:35

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция!

Замир Мөхтәр улы Вахитовтың “Көнгәк” гәзитендә 20 ғинуарҙа сыҡҡан мәҡәләһе хаҡында һүҙем.Ошо һан ҡулыма килеп эләккәне бирле тыныслана алмайым, сөнки унда минең ҡәҙерле олатайым Яҡупов Ғимран Ғәббәс улы тураһында ла һүҙ бара.

Замир Мөхтәр улы Вахитовтың “Көнгәк” гәзитендә 20 ғинуарҙа сыҡҡан мәҡәләһе хаҡында һүҙем.
Ошо һан ҡулыма килеп эләккәне бирле тыныслана алмайым, сөнки унда минең ҡәҙерле олатайым Яҡупов Ғимран Ғәббәс улы тураһында ла һүҙ бара.
Олатайым 1913 йылда Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районының Түбәнге Таш ауылында тыуған. 112-се Башҡорт атлы дивизияһының яугире була. 1942 йылдың 22 июлендә Курск өлкәһе Икенсе Тербуны ауылы янында (хәҙер Липецк өлкәһенә ҡарай) яуҙа һәләк була.
Бәләкәй генә сағымдан олатайымдың рәсеме иҫке ағас рамда стенала элеүле торғанын хәтерләйем. Өләсәйем, Яҡупова Хәйриә Кинйәбулат ҡыҙы (ул да ошо ауылда 1915 йылда тыуған), олатайым тураһында һағынып һөйләр ине.
Һуғыш башланғанда өләсәйем дүртенсе балаға ауырлы булған. Уларға әле 30 йәш тә тулмаған: йәш, көслө саҡтары. Бик татыу, яратышып йәшәгән улар. Шуғалыр ҙа өләсәйем 1941 йылдың ноябрендә генә тыуған сабыйын туғандарында ҡалдырып, Алкино станцияһына, ирен күрергә китә. Көҙгө һалҡын көндә, ни етте шуға ултырып, мең михнәт менән барып етә ул. Күрәһең, ире менән һуңғы күрешеүе булырын тойғандыр. Ошондай һынауҙарҙы тик яратҡан кешеләр генә үтә алалыр...
Йәш ҡатынға, тол ҡалып, береһенән-береһе бәләкәй 4 баланы аяҡҡа баҫтырырға тура килә. Һоратыусылар булһа ла, башҡа кейәүгә сыҡмаған ул. Өләсәйемдең балалары: Ғирфан (минең атайым), Мәфрүзә, Рая, Фира - барыһы ла Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылында йәшәгән. Балаларын уҡытырға, дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышҡан. Уның нәҫеле оҙаҡ йәшәүселәрҙән һанала: өләсәйемдең әсәһе лә 100-гә етә яҙған.
“Әсәйемә оҡшап, мин дә оҙаҡ йәшәрменме икән? Хоҙайым көс тә, һаулыҡ та биргән. Мөмкин булһа, ошо ғүмеремдең яртыһын ғына ла йәшәргә лә риза булыр инем, тик олатайығыҙ менән. Юғиһә, мин 100-гә етеп барам, ә ул 30-ын да тултырманы”, - ти ине ул.
2015 йылдың майында Башҡортостан юлдаш телеканалында Липецк өлкәһенән репортаж күрһәткәйнеләр. Шул тапшырыуҙа Замир Вахитов интервьюһында Еңеү байрамына әҙерлек, Липецк өлкәһендә 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһының яугирҙәре хаҡында матур хәтирәләр һаҡланыуы тураһында һөйләгәйне. Мин шунда: “Ошо кеше миңә ярҙам итә алыр, моғайын!”- тип уйланым һәм уға хат менән мөрәжәғәт иттем. Быға тиклемге эҙләнеүҙәрем - төрлө архивтарға, башҡа ерҙәргә бихисап яҙыуҙарым - бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Олатайым 1942 йылдың июлендә Курск өлкәһендә иң ҡаты һуғыш барғанда һәләк булған. Тап ошо осорҙа Сталиндың: “Бер аҙым артҡа сигенмәҫкә!” – тигән бойороғо сыҡҡан. Был яуҙа һәләк булғандар туғандар ҡәберлегендә ерләнеүен, барыһының да үлем хәбәрен туғандарына еткереү мөмкин булмағанын да аңлайым... Тик батыр олатайымдың билдәһеҙ һалдат булып иҫәпләнеүен теләмәгәйнем, уның яҡты исеме ҡәбер ташында, һис юғы, берәй ябай, ағастан булһа ла, һәйкәлдә баҫылыуына өмөт иткәйнем... Һәм Замир Мөхтәр улы минең хыялымды тормошҡа ашырҙы!
Ул Башҡортостандың быға тиклем исемдәре бер нисек тә мәңгеләштерелмәгән 148 һалдатының исемен тапҡан. Улай ғына ла түгел, 2017 йылда Икенсе Тербуны ауылында яңы һәйкәл асыуға булышлыҡ иткән. Ниһайәт, күпме батырҙарыбыҙҙың исеме, ерләнгән урыны билдәле булды!
Замир Мөхтәр улы - ысын илһөйәр, тарихсы, тынғыһыҙ эҙәрмән. Бик ҙур, баһалап бөткөһөҙ мөһим эш менән шөғөлләнә ул. Шуның өсөн уға ҙур рәхмәт!
“Көнгәк” гәзите уҡыусыларына именлек, тыныс күк йөҙө теләйем. Данлы тарихыбыҙҙы онотмайыҡ: балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә олаталары, бабайҙары тураһында һөйләйек. Ә улар, үҙ сиратында, киләһе быуындарға еткерһен, Еңеү Парадында “Үлемһеҙ полкта” данлы олаталарының портреттары менән ҡатнашһын.
Беҙ уларҙы хәтерләгәндә һәм хөрмәтләгәндә “Үлемһеҙ полк” йәшәр! Айгөл Үзбәкова, Яҡупов Ғимран Ғәббәс улының ейәнсәре.
Һүрәттә: Ғимран Яҡупов.
Фото архивтан.
Читайте нас: