ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
9 Июль 2018, 13:34

Ваҡытты туҡтатыу мөмкин түгел

Һуғыш быуыны батырлығы хаҡындағы хәтирәләрҙе хатта быуаттар ҙа юя алмай.

Һуғыш быуыны батырлығы хаҡындағы хәтирәләрҙе хатта быуаттар ҙа юя алмай. Еңеүҙе яҡынайтҡан олатайҙарым, өләсәйҙәрем өсөн бер ғорурланһам, шул осорҙоң бөтә михнәтен үҙ иңендә кисергән балалар, атай-әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәм.
Олатайым Тимерғәли Төлкөбаев Мәләүез районы Иштуған ауылында 1913 йылда тыуа. Кинйәбикә өләсәйемә ун алты ғына йәш булғанда, 1932 йылда өйләнешәләр. Олатай магазинда һатыу иткән. Һомғол буйлы, ҡыйғас ҡашлы сибәр егет ара иҫәпкә шәп булған. Әсәйем атаһын изге күңелле, ипле кеше тип һөйләгәндәрен иҫләй. Олатайым һуғышҡа киткәндә ике балалары була. Өсөһө сабый сағында уҡ вафат булған.
Олатайымды 1941 йылда уҡ һуғышҡа алғандар, тик ул тәүҙә Әлкәлә һалдаттарҙы өйрәткән. Октябрь айында отпускыға ҡайтып киткән һәм 1942 йылда әсәйем тыуған. Ошо китеүенән олатайым әйләнеп ҡайта алмаған. Һуғыштан һуң Эстония ҡалаһына хеҙмәткә ебәрелә. 1946 йылдың 3 мартында Курессааре ҡалаһында батырҙарса һәләк була.
Атайлы кешеләр арҡалы, терәкле булған, ә өләсәйемә өс баланы ҡарау ай-һай еңел булмағандыр. Шулай ҙа үҙенең тырышлығы, уңғанлығы арҡаһында ғаиләһен һыйыр ағынан өҙмәгән. Ҡыштарын туғайҙан сана менән тал утыны ташығандар, яланға ҡаҡы, атҡолаҡҡа йөрөгәндәр.
Һуғыштан һуңғы ауыр заман булһа ла әсәйем Иштуған ете йыллыҡ мәктәбен тик дүртле һәм бишле билдәләренә генә тамамлай. Һәләтле ҡыҙҙы үҫтереү маҡсатында, район мәғариф етәксеһе Стәрлетамаҡ Ленин мәктәбенә ебәрергә тәҡдим итә. Тик өләсәйем, ҡаршы төшә.
Әсәйем артабан уҡыуын ун биш километр алыҫлыҡтағы Йомағужа урта мәктәбендә дауам итә. 8-се класҡа килгәнендә: “Әсәйең йәш, һыйырығыҙ ҙа бар”, - тип мәктәптең дөйөм ятағына алмағандар. Атаһы һуғышта һәләк булыуын иҫкә алмағандар.
9-сы класҡа уҡырға барғанында инде әсәйемә дөйөм ятаҡта урын табылған, сөнки күптәр, йөрөүе ауыр тип, уҡыуын ташлаған.
10-сы класта инде имтихан тапшыра торған йыл, тип бушлай ашата башлағандар. Өләсәйем ҡыҙын ауылда ҡалдырғыһы килмәгән. Тиҙерәк паспорт юллай һалып, Күмертау ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына уҡырға ебәргән. Штукатур-һылаусы һөнәре буйынса диплом алғас, Нөгөш ҡасабаһына төҙөлөшкә эшкә ебәрәләр.
Киске уйындар ваҡытында ҡыҙҙар янына тирә-яҡ ауылдарҙан килгән егеттәр араһынан Үрге таш ауылынан Фәрит исемле егет менән танышып, оҙаҡламай өйләнешкәндәр. Атайым күмәк балалы ғаиләнән була. Нөгөш һыу һаҡлағысын төҙөй башлаған осорға тура килеп, был ауылда ни бары ярты ғына йыл йәшәп өлгөрәләр һәм 1962 йылда Ҡотлобулат ауылына күсенергә мәжбүр булалар.
Әсәйем ревизор булып Һарыш ауылы сельпоһына эшкә урынлаша. Йәш ғаиләнең бер-бер артлы ике балаһы донъяға килә. Һуңынан әсәйем Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Диплом алырға насип булмауы ғына ҡыҙғаныс. 26 ғына йәшендә бәхетһеҙлеккә осрап имгәнә. Алты көн аңына килә алмай, етенсе көнгә генә иҫенә килеп, яйлап һауыға башлай. Әсәйем тәүҙә уҡытыусы, һуңынан директорҙың хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй. Тәүҙә Ҡотлобулат ауылында, һуңынан Иштуғанда йорт һалып инәләр.
-Атайығыҙ тырыш ине, бөтәһенә лә колхоз эше араһында өлгөрҙө. Үҙебеҙ юғары белем ала алмағанға күрә, балаларыбыҙҙы уҡыттыҡ, сыҙамлы, сабыр булдыҡ. Донъялар имен, тыныс булһын! Беҙ күргәнде бер кем дә күрмәһен, - ти әсәйем.
Һуғыш балалары ауырлыҡтарға сынығып үҫкәнгәме, һынауҙар алдында юғалып ҡалмаған. Уларҙы ҡәҙерләргә һәм үткәнен киләсәк быуынға тарих итеп еткерергә бурыслыбыҙ.
Фәнилә Килсенбаева (Ҡунаҡбаева).
Читайте нас: