Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
17 Октябрь 2019, 17:46

Тәҙрәнән ел үтмәһен тиһәгеҙ

Пластик тәҙрәләрҙе ҡышҡы режимға күсереү кәрәклеге тураһында Интернетта видео сыҡҡас, күптәр ҡыҙыҡһына башланы. Был ғәмәл мотлаҡмы?

Пластик тәҙрәләрҙе ҡышҡы режимға күсереү кәрәклеге тураһында Интернетта видео сыҡҡас, күптәр ҡыҙыҡһына башланы. Был ғәмәл мотлаҡмы?

Тәҙрә ҡуйыу буйынса мастер Зөфәр Булатов түбәндәге кәңәштәрен бирә:

- Ысынлап та, заманса тәҙрәләрҙе ябыуҙың бер нисә режимы бар. Ул баҫыу көсө менән билдәләнә, йәғни көсһөҙ (йәйге), көслө (ҡышҡы) һәм уртаса (стандарт). Ҡуйған ваҡытта уҡ ниндәй режимда тороуын мастерҙан белешеү мөһим.

Баҫыу көсө ныҡ булғанда тәҙрә резинаһы тиҙерәк ашала. Шуға күрә тәүге йылдарҙа көсһөҙ һәм уртаса режимды һайларға тырышығыҙ. Яңы булғанда ул йыл әйләнәһенә саңды ла, тауышты ла, елде лә үткәрмәй. Ғөмүмән, фурнитура етештереүселәр ҡулланыусыларға бер төрлө генә ябырға кәңәш итә. Резина һығылмалылығын юғалтһа, кипһә, ел өрә башлаһа ғына ҡышҡыһына күсергә мөмкин. Әйткәндәй, бөтә тәҙрәләр ҙә өс режимлы түгел, арзаныраҡтары бер төрлө генә ябыла. Ҡышҡылыҡҡа үҙгәртһәгеҙ, яҙ етеп, көн йылыныу менән йәйге вариантҡа күсегеҙ.

Ҡышҡы режимға күсереү өсөн мотлаҡ мастер саҡырыу кәрәкмәй. Уны үҙ аллы ла эшләргә була. Бының өсөн, иң беренсе, тәҙрәне саңдан, сүптән таҙартырға, фурнитураның металл әйберҙәрен йомшаҡ сепрәк менән ҡоротоғоҙ. Механизмдың хәрәкәтсән өлөшөнә махсус май йәки сәнәғәт вазелины һөртөгөҙ. Май тигеҙ ятһын өсөн бер нисә тапҡыр асып, ябығыҙ, артығын һөртөп алығыҙ. Әҙер булғас, тәҙрә асҡысы йәки ҡыпһыуыр менән бороғоҙ. Дөрөҫ эшләнгәнлеген ҡағыҙ менән тикшерергә мөмкин.
Читайте нас: