Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
2 Ноябрь 2019, 11:23

Мәләүездәр этнография диктантында ҡатнашты

Башҡортостан технологиялар һәм идаралыҡ институтында Ҙур этнография диктанты үтте.

Башҡортостан технологиялар һәм идаралыҡ институтында Ҙур этнография диктанты үтте.

Унда 140-ҡа яҡын ҡала мәктәптәре уҡыусылары, урта һәм юғары һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары, уҡытыусылар, журналистар ҡатнашты.

Мәғлүм булыуынса, был диктант – федераль кимәлдәге проект. Ул илебеҙҙең бөтә төбәгендә үткәрелә. Быйыл урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 11-ҙә башланды. Ҡатнашыусыларға ике өлөштән торған тест һорауҙары бирелде, шуның 20-һе – бөтә ил буйынса һәм 10-һы Башҡортостанға ҡағылышлы ине. Уларға яуап биреүгә 45 минут ваҡыт бирелде.

Һорауҙар ҡатмарлы ғына булды. Күптәр үҙенең Рәсәйҙә нисә край, автономиялы республика, край, федераль ҡала барлығын белмәүен асыҡланы. Шулай уҡ аҙ һанлы халыҡтарҙың атамалары, йәшәгән урындары хаҡында мәғлүмәтлелек етешмәй. Диктанттан һуң мин үҙем дә икеләнгән һорауҙарға яуапты интернет киңлегенән эҙләнем.

Был сараның маҡсаты ла шул: граждандарҙың тыуған крайы һәм Рәсәй халыҡтары тарихын, йолаларын, милли аш-һыуын ниндәй кимәлдә белеүен асыҡлау һәм уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыу.

Диктант һөҙөмтәләре 4 ноябрҙә билдәле була. Дөрөҫ яуаптар һәм йыш осраған хаталар проекттың рәсми сайтында баҫыласаҡ.
Читайте нас: