ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
15 Декабрь 2019, 16:38

Боронғолар хаҡ әйткән

Тыйнаҡлының ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.

Тырышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.

Тыйнаҡлының ҡулы эшләр, маҡтансыҡтың теле эшләр.

Тырнамаған тауыҡтың тамағы туймай.

Тырыш таш тишер.

Тырыш тәкә һуйғанда, байғош йүкә һуйған.

Тырыш эшкә һырышыр, ялҡау атҡа һырышыр.

Тырышҡан кеше ас ҡалмаҫ.

Тырышҡан — моратына ирешкән.

Тырышҡай моратына етер, ялҡауҙың абруйы китер.

Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.

Тырышҡан табыр, эшләгән ҡабыр.

Тырышҡан эшләр, тырышмаған нишләр?

Тырышҡан ярпайған, иренгән янтайган.

Тырышҡанға дәүләт бар.

Тырышҡандың даны сыға, иренгәндең йәне сыға.

Тырышлыҡ — ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ — хурлыҡ.

Тырыштан тир кипмәҫ, ялҡауҙан сир китмәҫ.
Читайте нас: