Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
12 Октябрь 2021, 13:19

Именлектең бер өлөшө - татыулыҡ

Татар, башҡортто бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, ҡотҡо таратҡан һөстөрткөстәрҙең бысраҡ эшенә ҡушылырға кәрәкмәйҙер, тип уйлайым.

Именлектең бер өлөшө - татыулыҡ
Именлектең бер өлөшө - татыулыҡ

“Шул тиклем кинәнеп, рәхәтләнеп уҡыным статусыңды, Әлиә. Инде матур яҙылған. Йырлы-моңло туған телем бит ул – минең башҡорт телем”. Өфөлә йәшәгән әхирәтемдән ошондай смс-хәбәр алып, бер аҙ аптырап ҡалдым. Ул статус тигән нәмәлә “Бары тик 4-нән 14 октябргә тиклем генә арзан хаҡҡа яҙылығыҙ...” тип, гәзиткә яҙылыуҙы өгөтләгән һүҙҙәр теҙелгәйне. - Бәй, Гөлнара, унда артыҡ әллә ни юҡ та баһа. Ҙур мәғәнә лә һалынмаған, хис-тойғо ла ҡушылмаған. Етмәһә, мин яҙған әйбер ҙә түгел. - Булһа һуң. Ҡат-ҡат уҡыным. Шул тиклем яратам бит мин ошо башҡорт телен. Һоҡланам. Беләһеңме? Уны аңлатырлыҡ түгел. Үҙең менән күптән күрешкән юҡ. Һағындым, һинең менән һөйләшкем килә. Һәр һүҙеңде йотлоғоп тыңлайым бит мин. Шишмә районында тыуып-үҫкән зәп-зәңгәр күҙле һарыҡай татар ҡыҙының телебеҙгә булған оло һөйөүе, ихтирамы күңелемде ҡуҙғатып ебәрҙе. Хәйер, Гөлнараның башҡорт телен маҡтағанын быға тиклем дә ишеткәнем бар ине. Косметолог ул. Эшен дә, клиенттарын да ярата. Шулар араһында башҡорттарға айырым хөрмәт менән ҡарай. Нимәһе менән был тел оҡшай һуң һиңә тигән һорауға яуабы әҙер уның: - Башҡорт теле – шундай йомшаҡ, наҙлы, әҙәби, мәҙәниәтле тел. Йыр кеүек. Тыңлаған һайын тыңлағы килә. Клиенттарымды ла гел һөйләндерәм. Шул ара эсендә ләззәтләнеп ҡалғым килә. Үҙе лә һүҙгә оҫта, маһир, егәрле, уңған татар ҡыҙының туғандаш халыҡҡа, телгә булған йылы мөнәсәбәте, ихласлығы, оло хөрмәте һоҡландырып ҡына ҡалмай, ә ике милләт араһында булған татыулыҡ, дуҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһон уята. Гөлнараға, ошондай ҡарашта йәшәгән башҡорт, татар халҡына сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. ... Интернет селтәрендә байтаҡ ваҡыт милләттәр араһында бер кемгә кәрәкмәгән, мәғәнәһеҙ “көрәш” бара. Татар, башҡортто бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, ҡотҡо таратҡан һөстөрткөстәрҙең бысраҡ эшенә ҡушылырға кәрәкмәйҙер, тип уйлайым. Уның маҡсаты нәмәлә лә, өлгәшергә теләгән һөҙөмтәһе ниҙә? Фани ғына донъяның бәҫен ебәреп, ташҡа баҫылған тарихта соҡоноп, уны тартҡылап, бүлгеләп, бер-береңә яман һүҙҙәр яуҙырып ултырыу – аҡылһыҙҙарҙың эше. Мәҡәләмдән файҙаланып, башҡорт телендә баҫылған “Көнгәк” гәзитебеҙҙе алдырып уҡыған татар халҡына оло рәхмәтемде еткерәм. Район, ҡалабыҙҙа милләттәр араһында дуҫлыҡ, татыулыҡ хөкөм һөрөүе ҡыуаныслы. Иң мөһиме – барыбыҙ ҙа имен, һау-сәләмәт булайыҡ. Шулай бит, дуҫтар? Килешәһегеҙме?

Автор:Алия Амирова
Читайте нас: