Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ тауышы
1 Февраль 2022, 12:25

Донъябыҙҙан ни ҡала?

Юлда йөрөргә, кешеләр менән йыш аралашырға тура килә. Ҡайһы бер водителдәр ҡыҙыҡһыныусан, ишек төбөндә ултырған әбейҙәр шикелле (хәйер, һуңғы арала уларҙың да ишек төбөндә ултырғанын күргәнем юҡ) төпсөнөргә ярата. Икенселәре үҙҙәрен борсоған, шатландырған уй-фекере менән ихлас бүлешә. “Ни эшләп, ауыл хужалығында фермерлыҡ беҙҙең ҡулдан килмәй торған эш тип уйлайһығыҙ? Килә! Тик беҙгә ер бирмәй урындағы түрә, ситтән килгән эшҡыуарға тоттора! Сөнки килмешәк күстәнәс менән йөрөй. Ә мин, ошо ерҙә йәшәп, урындағы етәксегә ни өсөн “откат” бирергә тейеш?”- ҡыҙып китеп күңел түренән сыҡҡан уй-фекерҙәре менән бүлешкән юлдашымды тыңлап, “Бар әле лә әпкәләйҙәр”, - тип уйға ҡалам. Ирекһеҙҙән Абдулхаҡ Игебаевтың шиғыры иҫкә төшә.

Төйәгемә күҙ ташлаһам,
Хәсрәттәрем ҡуҙғала,
Зифа ҡамышын һарғайтып,
Һыуҙар ҡорой йылғала,
Эсер һыуҙар ҡороһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Урал күкрәген ағыулап,
Әсе төтөн айҡала,
Завод һөрөмдәрен йотоп,
Ҡан төкөрә аҡ ҡала,
Һулар һауа ла булмаһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Ҡара дауылдар тулатып,
Һай, замандар бутала,
Сал урмандың баш осонда
Айбалталар уҡтала,
Урмандарыбыҙ ҙа ҡырылһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Таш-ҡаялар аҡтарыла,
Тауҙар ауыр тын ала,
Йәнгә ғәзиз матурлыҡтар
Күҙ алдында юғала,
Атайсалды ла юғалтһаҡ,
Моңобоҙҙо ла юғалтһаҡ,
Телебеҙҙе лә юғалтһаҡ,

Донъябыҙҙан ни ҡала?

Донъябыҙҙан ни ҡала?
Донъябыҙҙан ни ҡала?
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: