ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
6 Июнь 2018, 13:32

Хоҡуҡ һағында

Бала өсөн ата-әсә яуаплы


Район-ара прокуратура уйын эшмәкәрлеген көйләү өлкәһендә ҡануниәт үтәлешен тикшерҙе. Полиция хеҙмәткәрҙәре оператив-эҙләнеү са­ра­лары уҙғарғанда Мә­ләүез районы билә­мәһендә йәшерен казиноға юлығып, уның эшмәкәрлеген туҡтатҡан һәм уйын автоматтарын тартып алған. Бухгалтерия, хоҡуҡ документтары, хужалары булмауға бәйле, район-ара прокурор 84 дана автоматты аҙаҡтан юҡҡа сығарыу өсөн хөкүмәт милкенә тапшырыуҙы талап итте. Суд прокуратура дәлилдәре менән ризалашып, уларҙы ҡәнәғәтләндергән.

Суд ҡарары үтәлеше - күҙәтеү ведомствоһы контролендә.


Район-ара прокуратура 36 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйеп­ләү ҡарарын раҫлаған.

Ул РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы, 1-се өлөшө буйынса (балаларын аҫрау өсөн түләмәүҙә) ғәйепләнә.

Тикшереү күҙаллауы буйынса ҡатынға балиғ булмаған ҡыҙҙарына алимент түләү йөкмәтелгән булған. Суд приставы башҡарыусыһының бер нисә тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ул алимент түләмәгән, шуның өсөн мировой суд ҡарары менән РФ Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 5.35.1 статьяның 1-се өлөшө (балаларын ҡарауға түләмәгән) өсөн мотлаҡ эш төрөндә яуап­лылыҡҡа тарттырылған.

Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булһа ла, ҡатын алимент түләргә ашыҡмаған, миллион һумдан ашыу бурысы йыйылған. Ул ғәйебен таный, бурысын түләүҙән баш тартмай.

Енәйәт эше мировой судҡа ебәрелгән.

Наталья БЕЛОГЛАЗОВА,

прокурор ярҙамсыһы.


Вазифаһын үҙ теләге менән ҡалдырған
Район-ара прокуратура Александровка ауыл биләмәһе советында коррупцияға ҡаршы ҡануниәт үтәлешен тикшерҙе.
Александровка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының Мәләүез ҡалаһы кешеһенә ер участкаһына капиталь төҙөлөш юҡлығын раҫлаған белешмәне законһыҙ биреүе билдәле булған. Участкала элекке ҡаҙанлыҡ бинаһы барлығына бәйле белешмә дөрөҫлөккә тап килмәй. Закон талаптарын боҙоп, ауыл советы башлығы килеп сыҡҡан низағ тураһында документты тейешле органдарға йүнәлтмәгән, яҡтарҙың мәнфәғәтен яҡлаған саралар ҡабул итмәгән, ә киреһенсә, үҙ туғанына ерҙе ҡуртымға законһыҙ теркәүҙә булышлыҡ иткән. Ошоға бәйле законға ярашлы, ауыл биләмәһе советы башлығына ышанысты юғалтыу сәбәпле, район-ара прокуратура уны отставкаға оҙатыуҙы, депутат вәкәләттәренән бушатыуҙы талап иткән күр­һәтмә ебәргән. Ауыл биләмәһе советы, законлы талапты боҙоп, күрһәтмәне ҡарамаған.
Район-ара прокурор совет ҡарары законһыҙлығын раҫлаған күрһәтмәне яңынан ҡарау өсөн судҡа мµрәжәғәт иткән. Ҡарар законлы көсөнә ингәнсе, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы биләгән вазифаһын үҙ теләге менән ҡалдырған.
Ирек БАЯЗИТОВ, район-ара прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас: