Конгэк
+22 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
1 Ноябрь 2018, 11:24
Алтынға бәрәбәр ваҡытты урламағыҙ
Донъя бит - әле генә һау-сәләмәт йөрөгән кешеләр ҡапыл ауырып китә. Был осраҡта, әлбиттә, йортҡа врач саҡырырға ҡала. “Ашығыс ярҙам” саҡырғанда ауырыуҙың тулыһынса исем шәрифен, адресын, ишектең код һандарын әйтеү мөһим.
Донъя бит - әле генә һау-сәләмәт йөрөгән кешеләр ҡапыл ауырып китә. Был осраҡта, әлбиттә, йортҡа врач саҡырырға ҡала. “Ашығыс ярҙам” саҡырғанда ауырыуҙың тулыһынса исем шәрифен, адресын, ишектең код һандарын әйтеү мөһим. Уларҙы подъезд алдында, ә шәхси йортта йәшәһәгеҙ, ҡапҡа алдында ҡаршылағыҙ. Ауырыуҙың документтарынан паспортын, медицина картаһын әҙерләгеҙ.
Ваҡиғалар хроникаһынан күренеүенсә, аҙна һайынбик күп ялған саҡырыу теркәлә. Ә был административ хоҡуҡ боҙоу булып иҫәпләнә һәм штраф ҡаралған.
Мәҫәлән, янғын һағы, полиция, “Ашығыс ярҙам” һәм башҡа махсуслаштырылған хеҙмәттәрҙе сәбәпһеҙ саҡырған граждандарға РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 19.13-сө статьяһына ярашлы, 1 мең һумдан алып 1 мең 500 һумға тиклем штраф ҡаралған. Аноним шылтыратҡанда телефон номеры, уның ниндәй адрестан икәнлеге диспетчер хеҙмәтенең комьютерында асыҡ күренә. Шулай булғас, ялған шылтыратыусыларға яуаплылыҡтан ҡотолоу мөмкин түгел.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты