Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
7 Ноябрь 2018, 16:44

Наркотик таратҡан өсөн

Мәләүездә йәшәүсе наркотиктар таратырыуҙа тотола һәм оҙайлы ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителә.

Район суды 22 йәшлек гражданды хөкөм итә. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһының 4-се өлөшө “г” пункты һәм 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ҙур күләмдә наркотик матдә һатыу ниәтендә ғәйепләнә. Тикшереү ваҡытында быйыл май-июнь айҙарында Мәләүез ҡалаһы биләмәһендә синтетик наркотиктарҙы таратыу өсөн йәшерен урындар әҙерләй. Бындай “оҫталыҡҡа” граждан Ырымбур ҡалаһында әшнәһенән өйрәнә. Уныһына айырым енәйәт эше асылды.
Мәләүез ҡалаһы гражданы үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Суд язаны ҡаты режимлы колонияла үтеү шарты менән уны 9 йылға хөкөм итте.
Ринат ЙОСОПОВ, прокурор ярҙамсыһы.
Читайте нас: