Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
2 Апрель 2019, 13:01

Законһыҙ карьер эше туҡтатылған

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа райондың Үрге Юлдаш һәм Нурдәүләт ауылдары халҡы “ЭКО-Спас” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлегенә зарланып мөрәжәғәт иткәйне (йөҙҙән ашыу ҡултамға). Ошо ике ауыл араһында әлеге йәмғиәт ҡырсынташ сығарған, һөҙөмтәлә тәбиғәткә, кешеләргә зыян килгән.


РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровҡа райондың Үрге Юлдаш һәм Нурдәүләт ауылдары халҡы “ЭКО-Спас” асыҡ акционерҙар йәмғиәте эшмәкәрлегенә зарланып мөрәжәғәт иткәйне (йөҙҙән ашыу ҡултамға). Ошо ике ауыл араһында әлеге йәмғиәт ҡырсынташ сығарған, һөҙөмтәлә тәбиғәткә, кешеләргә зыян килгән. Хатта эсәр һыу юғала башлаған. Диаметры 140-150 метр, тәрәнлеге 7 метрҙан ашыу булған котловандар шул тирәлә йәшәүселәрҙе хәүефләндергән. “Әлеге эштәр тейешле рөхсәт менән атҡарыламы икән?” - тигән һорау ҡуйҙы мөрәжәғәт итеүселәр. Был хәлгә аныҡлыҡ индереү ниәтендә Зариф Байғусҡаров Башҡортостан Республика Прокуратураһына, Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, шулай уҡ муниципаль район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа депутат һорауы менән хат ебәрҙе.
Гүзәл БИКМӘТОВА.
Читайте нас: