ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
30 Июль 2019, 17:38

Наркотик таратыусылар тотолған

Район-ара прокуратура 18 йәшлек ике егеткә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Улар Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө һәм 228.1 статьяһының 4-се өлөшөнөң “а” һәм “г” пункттары (төркөм менән ойошторолған ҙур күләмдә наркотик таратыуға һөжүм итеү) буйынса ғәйепләнә. Тикшереү буйынса егеттәр 2018 йылдың көҙөнән быйыл ғинуарға тиклем Мәләүез ҡалаһында синтетик наркотиктар йәшерен урындар ойошторғандар. Артабан йәштәр “закладка” урындарын кураторға интернет селтәре аша ебәргән.

Район-ара прокуратура 18 йәшлек ике егеткә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы.
Улар Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө һәм 228.1 статьяһының 4-се өлөшөнөң “а” һәм “г” пункттары (төркөм менән ойошторолған ҙур күләмдә наркотик таратырға ниятләү) буйынса ғәйепләнә. Тикшереү буйынса егеттәр 2018 йылдың көҙөнән быйыл ғинуарға тиклем Мәләүез ҡалаһында синтетик наркотиктар йәшерен урындар ойошторғандар. Артабан йәштәр “закладка” урындарын кураторға интернет селтәре аша ебәргән.
Егеттәргә наркотиктарҙы биргән кешегә ҡарата айырым эш асылған.
Законһыҙ әйләнештән барыһы 21 грамм наркотик алынған.
Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған.
Енәйәт эше район судына ебәрелде.
Лукманов Р, район-ара прокурор урынбаҫары.
Читайте нас: