ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
30 Июль 2019, 17:36

Ғәйептән ҡотолорға уйлаған

Район-ара прокуратура 50 йәшлек иргә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 291-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, вазифалы шәхескә ришүәт биреүҙә ғәйепләнә. Тикшереү буйынса быйыл апрель айында полиция хеҙмәткәрҙәре гаражында 21 литр спиртлы эсемлек һаҡлаған ирҙе тотҡан. Бының өсөн уға Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.17.2 статьяһы (спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ таратыу) буйынса штраф һәм контрафактты тартып алыу янай.

Район-ара прокуратура 50 йәшлек иргә ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы
Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 291-се статьяһының 3-сө өлөшөнә ярашлы, вазифалы шәхескә ришүәт биреүҙә ғәйепләнә. Тикшереү буйынса быйыл апрель айында полиция хеҙмәткәрҙәре гаражында 21 литр спиртлы эсемлек һаҡлаған ирҙе тотҡан. Бының өсөн уға Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.17.2 статьяһы (спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ таратыу) буйынса штраф һәм контрафактты тартып алыу янай.
Ҡотолоу маҡсаты менән ир полиция бүлегендә дәрәжәле кешегә ришәүәт бирергә маташа. Эшенең законһыҙлығы тураһында иҫкәртеү ғәйепләнеүсене туҡтатмаған.
Шул уҡ көндә ир полиция хеҙмәткәренә бүлектән ситтә осрашыу тәҡдим иткән. Автомобиль эсендә ул тағы ла ришүәт бирергә маташҡан һәм алдына 20 мең һум аҡса һалған. Полиция хеҙмәткәре уны туҡтатҡан.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны.
Енәйәт эше судҡа ебәрелде.
Ирек Баязитов, район-ара прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: