ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
7 Август 2019, 14:08

Эш биреүсе хеҙмәт килешеүен төҙөүҙән тайпыл

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының (артабан – РФ ХК) 67-се статьяһы буйынса хеҙмәт килешеүе яҙма формала ике дана төҙөлә, һәр береһенә ҡул тамғаһы ҡуйыла. Уның береһе эш биреүселә, ә икенсеһе хеҙмәткәрҙә һаҡлана.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының (артабан – РФ ХК) 67-се статьяһы буйынса хеҙмәт килешеүе яҙма формала ике дана төҙөлә, һәр береһенә ҡул тамғаһы ҡуйыла. Уның береһе эш биреүселә, ә икенсеһе хеҙмәткәрҙә һаҡлана.
РФ ХК 68-се статьяһы буйынса етәксе эшсене хеҙмәт килешеүе нигеҙендә төҙөлгән бойороҡ менән яллай. Уның йөкмәткеһе килешеүҙә булған бөтә шарттарға тиң булырға тейеш. Ҡарар эш башланғандан һуң өс көн эсендә эшсегә тапшырыла.
Ғәмәлдә эш биреүсе хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә һәм бойороҡ сығармайынса яллаған осраҡтар ҙа бар. Был осраҡта эш биреүсе ҡануниәткә ҡаршы бара һәм уға административ яза ҡарала. Эшсе өсөн дә был хәл насар эҙемтәгә килтереүе ихтимал.
Хеҙмәткәр хоҡуғын боҙоу төрлөсә булыуы мөмкин: эш хаҡы конвертта йәки касса аша бер документҡа ла теркәлмәй түләнә. Был саҡта мотлаҡ медицина страховкалауға һәм Рәсәй Федерацияһының Пенсия фондына страховка иғәнәһен түләүгә эшҡыуар аҡса бүлмәй.
Әйтеп үтелгәндәр хеҙмәткәрҙе социаль пакетһыҙ ҡалдыра: ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡты түләү, медицина страховкалау полисын рәсмиләштереү, пенсия менән тәьмин итеү. Көтөлмәгән хәл булған саҡта хеҙмәткәр проблемалары менән яңғыҙ ҡалыуы ла ихтимал, сөнки эш биреүселәр бынан ситтә торорға тырыша. Шулай итеп ул штрафтарҙан һәм дауаланыу, зыянға сығымдарҙы түләүҙән ҡотола ала.
Бындай проблема тыуһа, хеҙмәткәргә үҙе йәки ышаныслы кешеһе аша Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына йәки прокуратураға ялыу һәм судҡа дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Эшсе һәм эш биреүсе мөнәсәбәттәрен тәртипкә һалған хеҙмәт килешеүен төҙөүҙән тайпылыу йәки гражданлыҡ-хоҡуки килешеү төҙөү өсөн Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 5.27 статьяһының 4-се өлөшө буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Был законһыҙлыҡ өсөн ғәйепләнеүсегә штраф янай: вазифалы шәхескә - 10-20 мең, шәхси эшҡыуарға - 5-10 мең, юридик шәхескә - 50-100 мең һум.
Бынан тыш, хеҙмәткәр, судҡа мөрәжәғәт итеп, үҙенең эшләп йөрөгәнен иҫбат итһә, эшҡыуар граждан-хоҡуҡи яуаплылыҡҡа ла тартыла.
Мәләүез район-ара прокуратураһы.
Читайте нас: