ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
9 Август 2019, 14:54

Ялған саҡырыу өсөн яуаплылыҡ ҡаралған

“112” - бөтәһе лә белергә тейешле бик мөһим һан. Уға ваҡытында шылтыратып, кеше ғүмерен, мөлкәтте һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Тик йыш ҡына ул “шаярыу һаны”на әйләнә.

“112” - бөтәһе лә белергә тейешле бик мөһим һан. Уға ваҡытында шылтыратып, кеше ғүмерен, мөлкәтте һаҡлап алып ҡалырға мөмкин. Тик йыш ҡына ул “шаярыу һаны”на әйләнә.
Саҡырыуҙарҙы эшкәртеү республика үҙәге тәүлек әйләнәһенә 7000-гә тиклем шылтыратыу ҡабул итә. Быйыл 6 айҙа 1 миллион 100 шылтыратыу теркәлгән. Шуның яртыһынан күбеһе - ялған саҡырыу. Бындай шылтыратыуҙар ике төркөмгә бүленә. Уның береһе балалар шаяртыуы булһа, икенсеһе сим-картаны тикшереү маҡсатында “112” һанын йыйып, урынһыҙ һорауҙар биреүселәр.
Ялған саҡырыу диспетчерҙарҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә. Ә ошо ваҡытта кемгәлер янғын һағы, ҡотҡарыусы, медицина ярҙамы кәрәк булыуы ихтимал. Бындай мәлдә һәр секунд ҡәҙерле.
Шуға күрә һәр атай-әсәй ялған шылтыратыуҙың эҙемтәһе хаҡында балаһына аңлатырға тейеш. Үҫмерҙәр шулай уҡ административ яуаплылыҡ хаҡында ла белергә тейеш. Терроризм акты тураһында ялған саҡырыу өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Читайте нас: