ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һағында
23 Август 2019, 12:40

Бурысы миллион һумға яҡын

Мәләүез район-ара суды 35 йәшлек иргә ҡарата балаһына алимент түләмәгән өсөн ғәйепләү ҡарары сығарған.

Мәләүез район-ара суды 35 йәшлек иргә ҡарата балаһына алимент түләмәгән өсөн ғәйепләү ҡарары сығарған.
Ул Рәсәй Федерацияһы Енәйәт Кодексының 157-се статьяһы 1-се өлөшө (бала аҫрауға аҡса түләмәү) буйынса ғәйепләнә. Тикшереү буйынса 2010 йылдың март айынан иргә балиғ булмаған ҡыҙына алимент түләү бурысы йөкмәтелгән. Әммә суд приставтары бер нисә тапҡыр иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, ул алимент түләмәгән һәм шуның өсөн мировой суд ҡарары буйынса мәжбүри эш рәүешендә яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Административ яуаплылыҡҡа тарттырылғас та, ул аҡса түләмәгән һәм бурысы 900 мең һумдан ашып киткән.
Суд ирҙе 6 ай холоҡ төҙәтеү эшенә хөкөм иткән. Эш хаҡынан 5 процент тотоп ҡалынасаҡ.
Ирек БАЯЗИТОВ, прокурорҙың өлкән ярҙамсыһы.
Читайте нас: